Иҫегеҙҙәлер: көҙ баш ҡалала республиканың һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары йәрминкәһендә “Бауырһаҡтар конкурсы” ойошторолғайны. Унда Өфөнөң 63-сө һөнәрселек училищеһы алып килгән 63 килограмлыҡ милли ризыҡ Рәсәйҙең рекордтар китабына индерелде.
Илдәге иң ҙур бауырһаҡтың ауырлығы, күренеүенсә, училищеның һанын сағылдыра. Милли ризығыбыҙҙы шартына килтереп бешерер өсөн студенттар Өфө районында йәшәүсе 70 йәшлек Нәзирә апайҙан бер нисә көн буйы дәрес алған. Аш-һыу оҫтаһы йәштәргә бауырһаҡты фәҡәт ҡулдан әҙерләргә, ҡамырҙы бысаҡ ярҙамында түгел, ә устың ҡыры менән турарға өйрәткән.
“Был еңеүегеҙ – Рәсәйҙең абруйын нығытыуға булышлыҡ итеүсе ҙур ҡаҙаныш”, – тигән “Рәсәй рекордтары китабы”ның баш мөхәррире Алексей Свистунов үҙенең ҡотлау хатында.
Беҙгә ҡалһа, буласаҡ ашнаҡсыларҙың тырышлығы халҡыбыҙҙың милли аш-һыуын йәнә бер ҡат сит тарафтарға танытты. Башҡорт ҡымыҙы менән балы кеүек, бауырһағыбыҙ ҙа донъяла дан ҡаҙаныр әле.