Есемеңде асыр исемең02.08.2013
Б малайҙар өсөн
Барлас бор. баш. — муллыҡ, байлыҡ килтереүсе
Барлыбай баш. — барлы+бай
Барс // Барыс бор. баш. — 1. барс, юлбарыҫ; 2. боронғо 12 йылдан торған мөсәл хисабында өсөнсө йылдың атамаһы (уңышлы йыл һанала)
Барый ғәр. — барлыҡҡа килтереүсе, бар итеүсе, яратыусы
Басир ғәр. — үтә һиҙгер, зирәк, аҡыллы
Баттал ғәр. — батыр, ҡыйыу, үткер
Батулла ғәр. — ҡәғбә
Батыр баш. — ҡыйыу, үткер, батыр, баһадир
Батыргәрәй баш., фарс. — батыр+гәрәй (эйәреүсе)
Батырғужа баш., фарс. — батыр+ғужа (хужа)
Батырхан баш. — батыр+хан; батыр булһын тигән теләктә ҡушыла
Батырша баш., фарс. — батыр, ҡыйыу
Баһау ғәр. — матур, шәп
Баһауетдин ғәр. — баһау+дин (ир-ат исеме ялғауы)
Баһман, Баһуман фарс. — 1. изге уй, ниәт; 2. иран календарының беренсе айы атамаһы
Баяз ғәр. — аҡ, аҡлыҡ
Баязит ғәр. — 1. Абуязит исеменән ҡыҫҡартылған; 2. бик яҡшы, шәп
Баян баш. — бай булған
Бейеш баш. — бей (етәксе, башлыҡ)+иш
Бикбай баш. — бик (көслө, ныҡ)+бай
Бикбулат баш. — бик ныҡ+булат, ҡорос
Бикеш баш. — бай улы
Бикморат баш., ғәр. — бик+морат
Бикнур неол., баш., ғәр. — бик+нур
Биксура баш. — бик+сура
Биксәнтәй монг. — иң бәләкәй, төпсөк бала
Биктабир баш., ғәр. — бик (ныҡ)+табир (нәҫел)
Биктаһир баш., ғәр. — бик+таһир (саф, пак)
Билал ғәр. — иҫән-һау
Борхан ғәр. — дәлил, хәҡиҡәт, дөрөҫлөктө иҫбатлаусы
Бөрйән баш. — боронғо башҡорт ырыуы атамаһынан
Булат фарс., ғәр. — иң шәп ҡорос
Бураҡай баш. — бура+ҡай; баланы яратып, иркәләп ҡушҡан боронғо исем
Буран баш. — буран көндө тыуған
Бәҙри ғәр. — тулған ай һымаҡ; һәйбәт, матур
Бәйтулла ғәр. — ҡәғбә
Бәкер ғәр. — 1. өйрәнеүсе, тикшереүсе; 2. саф, йәш
Бәпәнәй баш. — бәпес тигән һүҙҙең иркәләү формаһынан яһалған
Бәхет ғәр. — бала бәхетле булһын тигән теләктә ҡушылған исем
Бәхтегәрәй ғәр. — бәхет+гәрәй
Бәхтейәр ғәр., фарс. — бәхет+йәр (бәхетле, ырыҫлы, ҡотло булһын тигән теләкте белдерә)
Бәхти ғәр. — бәхетле
Бәхтинур ғәр. — бәхет нуры
Бәшир ғәр. — һөйөнөс килтереүсе
Бәшәр ғәр. — кеше
Г ҡыҙҙар өсөн
Гөл фарс. — борон да, әле лә матурлыҡ, нәфислек билдәһе булған "гөл" һүҙе менән бәйле исемдәр күп яһалған (ҡатын-ҡыҙ исемдәренең иң күп таралған өлөшө)
Гөлбаҙыян фарс. — баҙыян гөлө, сәскәһе
Гөлбаныу фарс. — гөл+баныу
Гөлбикә фарс., баш. — гөл+бикә, гөл һымаҡ ҡыҙ
Гөлбиназ фарс. — гөл һымаҡ наҙлы
Гөлбинур фарс., ғәр. — гөл нуры
Гөлбостан фарс. — гөл баҡсаһы, гөлбаҡса
Гөлбүләк фарс., баш. — гөл+бүләк
Гөлбәғиҙә фарс., ғәр. — һуңғы гөл
Гөлбәҙән фарс., ғәр. — гөл һымаҡ зифа
Гөлбәҙәр фарс., ғәр. — гөл+бәҙәр; тулған ай гөлө
Гөлбәҙиға фарс., ғәр. — гөл+бәҙиға; иң матур гөл
Гөлбәзир фарс., ғәр. — гөл+бәҙәр
Гөлбәһәр фарс. — яҙғы гөл
Гөлгизәр фарс. — гөллөк, сәскәлек
Гөлгөл фарс. — гөл һымаҡ нәфис, матур
Гөлгөнә фарс. — алһыу; рауза гөлө төҫлө
Гөлғәйшә фарс., ғәр. — тормош гөлө
Гөлгәүһәр фарс. — гөл+гәүһәр
Гөлдәр фарс. — гөл менән биҙәлгән
Гөлдәриә фарс. — гөл менән биҙәлгән, гөллө
Гөлзада фарс. — гөллөк; сәскәнән, гөлдән яһалған
Гөлзар фарс. — гөллө; сәскәлек
Гөлзаһиҙа // Гөлзаһида фарс., ғәр. — гөл+заһиҙа; тыйнаҡ; гөлдәй матур
Гөлзаһира фарс., ғәр. — гөл+заһира; нур сәсеүсе
Гөлзифа фарс. — гөл һымаҡ зифа
Гөлзәбиҙә фарс. — гөл менән биҙәлгән, матур
Гөлзәйнәп фарс., ғәр. — гөл+зәйнәп; таҙа
Гөлзәминә неол., фарс., ғәр. — ер гөлө
Гөлзәфәр неол., фарс., ғәр. — теләгенә ирешеүсе
Гөлзәмиә неол., фарс., ғәр. — ерҙә үҫкән гөл
Гөлзөһрә фарс., ғәр. — гөл+зөһрә; зөһрә гөлө
Гөлирә неол., фарс. — гөл һымаҡ
"Башҡорт исемдәре" (авторҙары — Т.Х. Кусимова һәм С.Ә. Бикҡолова) китабынан алынды.