Тән зиннәте — кейем27.12.2011
Тән зиннәте — кейемСәхнә кейемен тегеүселәрҙе дәртләндереү, тәжрибә уртаҡлашыу, оҫталарҙы асыҡлау, күркәм йоланы киләһе быуынға еткереү маҡсатында үткәрелде сәхнә кейеме етештереүсе предприятиелар һәм оҫталар өсөн “Селтәр-2011” исемле башҡорт сәхнә костюмдары күргәҙмә-конкурсы.
Тәүге тапҡыр ойошторолоуына ҡарамаҫтан, сараға халыҡтың эркелеп килеүе сәхнә кейеменә ҡыҙыҡһыныуҙың ҙурлығын аңлата түгелме? Әлбиттә, шулай. Ҡала мәҙәниәт һарайындағы сара үҙ маҡсатына, һис шикһеҙ, өлгәште.
“Тән зиннәте – кейем” тигән мәҡәл бар. Ғөмүмән, башҡорттоң үҙенсәлекле кейеменә кемдәр генә һоҡланмаған!
Фойела бай күргәҙмә ойошторолдо, унда халҡыбыҙҙың боронғо ҡышҡы һәм йәйге кейемдәре менән олоһо ла, кесеһе лә яҡындан танышты. Мәҫәлән, йәйге күлдәк менән салбар ифрат уңайлы тегелгән.
Шулай уҡ муйынсаҡ, алтын беләҙек, ебәк селтәр, талир тәңкәле сулпы, көмөш ҡәмәр, тупый ҡашмау һәм башҡа әйберҙәр — күҙҙең яуын алырлыҡ. Бөхтә кейемдәге ҡурсаҡтар ҙа кескәйҙәрҙең күңелен әсир итте. Йәнә зат-ырыуҙаштарыбыҙҙың көндәлек һәм ҡунаҡ кейемдәре, сифатлы туҡыманан килешле тегелгәнгә, күптәрҙе хайран ҡалдырҙы!
“Башҡорт сәхнә костюмы” тигән “түңәрәк өҫтәл”дә эшлекле тәҡдимдәр әйтелде. Бүләкләнеүселәр араһында Венера Ғәлиәкбәрова (Балаҡатай районы), Гүзәл Үҙәнбаева (Учалы ҡалаһы) кеүек алтын ҡуллы тегенселәр байтаҡ булды.


Вернуться назад