Әлшәй районының Ғәйнәямаҡ ауылында “Ғәлиә һәм Нәжметдин” мәсете асылды.
Былтыр изге Рамаҙан айы башында, киләһе ураҙаны яңы мәсеттә ҡаршыларға яҙһын, тип доғалар уҡый-уҡый, иман йортоноң тәүге нигеҙ ташын һалғайнылар. Бына Хоҙай рәхмәте менән ни бары 11 ай эсендә ауыл уртаһында яңы мәсет ҡалҡып сыҡты. Матур ҡойма менән уратып алынған мөһабәт бина әллә ҡайҙан уҡ үҙенә саҡырып, балҡып ултыра.
Мәсет алдына халыҡ тантанаға тиклем үк йыйыла башланы. “Собханалла, был көндәрҙе лә күрергә насип булды”, – тип һәр кем үҙенең һөйөнөсөн белдерҙе. Эйе, ҡасандыр биш мәсете булған, өс быуатҡа яҡын тарихлы ауыл өсөн был күптән көтөлгән ваҡиға. Ғәйнәямаҡтарҙың шатлығын уртаҡлашырға абруйлы ҡунаҡтар ҙа килде: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе, баш мөфтөй Тәлғәт Тажетдин, район хакимиәте вәкилдәре, имам-мөхтәсиб Рәүеф хәҙрәт Шәмсетдинов, алыҫ Төркиәнән дин әһелдәре…
Күңелдәргә иман нуры һибеп, изге Ҡөрьән аяттары яңғырай. Раевка мәсете имам-хатибы Илшат хәҙрәттең фатихаһынан һуң биш йәшлек Аделина
Бәҙретдинова ауылдаштарына сүрәләр уҡып ишеттерҙе. Ауыл биләмәһе башлығы Наҙлыгөл Насибуллина, тантананы асып, был сауаплы эштә ҡатнашҡан барса халыҡҡа оло рәхмәтен еткерҙе. Район Советы секретары Ф. Хәйбрахманов уңған һәм тырыш Ғәйнәямаҡ халҡын оло байрам менән ҡотланы. Әле биләмәлә өс мәсет күтәрелеүен билдәләне Фәрит Ғөбәй улы. “Әммә мәсет төҙөү генә аҙ, иман йортоноң буш тормауы ла кәрәк”, – тигән фекер ҙә яңғыраны. Баш мөфтөй мәсеткә Үҙәк диниә назараты байрағын бүләк итте. Төркиәнән килгән ҡунаҡтар һәм башҡа дин әһелдәре лә үҙҙәренең изге теләктәрен еткерҙе.
Күмәкләгән – яу ҡайтарған, тигәндәй, мәсеттәр элек-электән уртаҡ тырышлыҡ менән төҙөлгән. Ә бына Ғәйнәямаҡта мәсеттең шулай тиҙ арала сафҡа инеүендә Өфөләге “Каскад” производство-төҙөлөш компанияһы генераль директоры Наил Хөснөтдиновтың өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Мәсет һалыуға йыйылған аҡсаның күләменән ниәттең изгелеге мөһимерәктер, моғайын. Оло эшкә үҙ өлөшөн индереүселәр шул тиклем күп, бөтәһен дә һанап бөтөү мөмкин түгел. Урындағы эшҡыуарҙар ҙа, бөгөн ситтә йәшәүсе, әммә тыуған яғын онотмаусы яҡташтар ҙа ярҙам ҡулы һуҙҙы.
Ауылды йәмләп аҙан яңғырай. Ҡыҙыл таҫма киҫелә, абруйлы ҡунаҡтар һәм мәхәллә халҡы изге доғалар уҡый-уҡый мәсеткә уҙа. Йома намаҙы уҡылғас та күптәр таралышырға ашыҡманы, алыҫтан ҡайтҡан дуҫтар, туғандар, һабаҡташтар менән осрашыу-күрешеү оҙаҡ дауам итте. Теләк бер: иман йорто оҙаҡ йылдар халыҡҡа хеҙмәт итһен, йәш быуын әхлаҡлы, тәрбиәле булып үҫһен.