Әсәләрҙең теләге тормошҡа ашһын27.12.2011
Әсәләрҙең теләге тормошҡа ашһынБыйыл ноябрҙә Өфөлә әсәләрҙең V Бөтә Рәсәй форумы үтте. Ғәҙәттә, бындай мөһим сараларҙы ойоштороу урыны итеп социаль сәйәсәткә, әсәлекте, балалыҡты яҡлауға ҙур иғтибар бүленгән төбәктәр һайлана. Әйтәйек, быға тиклем әлеге сара Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта уҙғарылғайны, һуңғыһы быйыл мартта Ульяновскиҙа ойошторолдо.
Форум эшлекле шарттарҙа үтте. Әсәйҙәр “Эшләүсе әсәләрҙе социаль яҡлау”, “Тәрбиәгә алған ғаилә — йылы йорт”, “Әсә һәм бала һаулығын нығытыуҙа инновацион технологиялар”, “Ауыр тормош шарттарында ҡалған ғаиләләр менән эшләүҙә ведомство-ара бәйләнеш” кеүек темаларға ойошторолған “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә фекер алышты, баш ҡала учреждениелары буйлап уҙғарылған экскурсияларҙа тәжрибә тупланы, пленар ултырышта күтәрелгән мәсьәләләргә ҡарата үҙ фекерен, тәҡдимен әйтте.
Әлбиттә, хәл итәһе проблемалар күп. Шул уҡ торлаҡ мәсьәләһе булһынмы, балалар баҡсаларына сиратмы — барыһы ла тәү сиратта әсәгә, ғаиләгә килеп ҡағыла. Әммә проблемалар ҡануниәт кимәлендә хәл ителмәй тороп, был етешһеҙлектәрҙең осона сығыу мөмкин түгел, ти әсәләр. Белгестәр әйтеүенсә, 1968 йылда Рәсәй Федерацияһының Ғаилә кодексынан 32 пункт алып ташланған, һәм ошоғаса берәү ҙә өҫтәп яҙылмаған. Беҙҙә хатта күп балалы ғаилә категорияһының аныҡ ҡына билдәләнеше юҡ.
Форум һөҙөмтәләре буйынса ғаилә өлкәһендә дәүләт сәйәсәтен формалаштырыуға һәм тормошҡа ашырыуға яуаплы федераль орган — Ғаилә, әсәлек, аталыҡ һәм балалыҡ эштәре буйынса федераль хеҙмәт булдырыу бурысы ҡуйылды. Бынан тыш, делегаттар ил кимәлендә ғаилә сәйәсәтенең концепцияһын, ғаиләнең айлыҡ табышын, сығымдарын, балалар һанын, уларҙың йәш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып сифатлы йәшәү стандарты, күп балалы ғаиләләр тураһында федераль закон ҡабул итергә тигән тәҡдим индерҙе. Әсәләр фекеренсә, төрлө сәбәп арҡаһында ата-әсә айырылышыуға барып еткәндә лә, бала мәнфәғәтен яҡлау, социаль ғаиләләрҙә үҫкән ҡыҙ һәм егеттәргә эшкә урынлашырға ярҙам итеү закон нигеҙендә нығытылырға тейеш.
Делегаттар алимент түләү мәсьәләһен дә көн ҡаҙағына сығарҙы. Был йәһәттән тиҙ арала Рәсәй Федерацияһының дәүләт алимент фондын булдырыу һәм яуапһыҙ ата-әсәләр менән эшләүҙе Хөкүмәт кимәлендә хәл итеү бурысы ҡуйылды. Әйткәндәй, киләсәктә атайҙарҙың да Бөтә Рәсәй форумын үткәреү тураһында тәҡдим яңғыраны.
Сара рәсми форматта ойошторолһа ла, сығыштар ҡоро һандарға, фактик миҫалдарға ғына нигеҙләнмәне. Һәр кемдең мәсьәләләрҙе тәү сиратта әсә, ҡатын-ҡыҙ күҙлегенән сығып баһалауы бик күп һорауға асыҡлыҡ индерҙе.Әсәләрҙең теләге тормошҡа ашһын


Вернуться назад