Төҙөүселәргә дәғүә белдерелде31.07.2013
Ҡала төҙөлөшө ҡануниәтенең үтәлешен тикшереү барышында баш ҡаланың Киров районы прокуратураһы “Каруанһарай” күп функциялы комплексы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Үрге сауҙа майҙанында ҡунаҡхана нигеҙен һәм цоколь ҡатын, бизнес-үҙәкте төҙөлөшкә рөхсәтһеҙ һалыуын асыҡланы.

Әйткәндәй, объекттар ШОС һәм БРИКС саммиттарына әҙерлеккә ярашлы һалына. “Компания биләмәне таҙартыуға һәм ҡойма менән уратыуға, йәғни әҙерлек эштәренә генә хоҡуҡлы. Шул уҡ ваҡытта төҙөлөш алып барыуға ла рөхсәт ҡағыҙы кәрәк, сөнки ул ҡануниәттең үтәлешен гарантиялай һәм ошо объектҡа килгән кешеләрҙең именлеген тәьмин итә”, — тип билдәләнеләр республика Прокуратураһында.
Төҙөүсе ойошмала әйтеүҙәренсә, документтар тултырыу барышында хатаға юл ҡуйылған, ул тиҙҙән яйға һалынасаҡ. Төп документтарҙың барыһы ла алынған, яраштырылған. Объектта даими комиссия эшләй. Төҙөлөштө 2015 йылдың тәүге кварталында тамамлау күҙаллана.


Вернуться назад