Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте31.07.2013
Башҡортостан Республикаһы Президенты указдарына ярашлы Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Зинуров Рафаил Нариман улы — Салауат Юлаев ордены, 30-сы төҙөлөш идаралығының 680-се төҙөлөш-монтаж идаралығындағы электр слесары Дәүләтов Ғәзинур Нуриәхмәт улы, “Салауат-1 Востокнефтезаводмонтаж” йәмғиәтенең электр менән иретеп йәбештереүсеһе Ҡорбанаев Фәрит Хопбулла улы, хужалыҡ идаралығының биналарҙы йыйыштырыусыһы Фәрәхетдинова Сәтиғә Ғәлим ҡыҙы Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы менән бүләкләнде; 21-се трестың 7-се төҙөлөш идаралығы штукатурсыһы Абсатарова Софья Янсубаевнаға, Салауат ҡалаһындағы “Металлоконструкция Востокнефтезаводмонтаж” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Адушев Игорь Евгеньевичҡа, Өфө ҡалаһындағы “Поиск” етештереү кооперативының баш инженеры Вахрамов Владимир Борисовичҡа, Өфө ҡалаһындағы “Ағиҙел” ағас эшкәртеү комбинатының генераль директоры Гәрәев Фаил Фазылйән улына, Нефтекама ҡалаһындағы 2-се төҙөлөш идаралығы маляры Ғәфетдинова Зинфира Зөфәр ҡыҙына, “Эре панелле йорттар төҙөү” йәмғиәтенең монтаж участкаһы начальнигы Егоров Юрий Михайловичҡа, “Өфөвентстрой” йәмғиәте директоры Йыһангиров Данил Нәбиәхмәт улына, “Стронег” бүлендек йәмғиәтенең “Дүртөйлөстройдеталь” йәмғиәте идарасыһы Иҙрисова Мәүлиҙә Лотфрахман ҡыҙына, “Востокнефтезаводмонтаж”дың Салауаттағы 2-се монтаж фирмаһы монтажсыһы Курмаев Василий Ивановичҡа, “Ремсервис” ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең бүлек начальнигы Минеев Владимир Алексеевичҡа, Тәтешле районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Мостафин Әлфит Йәсәүи улына, 30-сы төҙөлөш идаралығының 680-се төҙөлөш-монтаж идаралығы проходкалаусыһы Наумкин Александр Николаевичҡа, Өфө ҡалаһындағы 10-сы төҙөлөш идаралығы фирмаһы ташсыһы Хәлимов Илгиз Нәжип улына, Өфө ҡалаһындағы 10-сы төҙөлөш идаралығы фирмаһы бригадиры Хөснөтдинов Фаил Нәжметдин улына, “Инвестподряд” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең бүлек начальнигы Шәмсуллин Илдар Мөтиғулла улына, “Промгражданпроект” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең баш инженеры Яйцова Галина Борисовнаға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған төҙөүсеһе” тигән маҡтаулы исем бирелде.


Вернуться назад