Почта килгән көн Әминә апай өсөн гүйә байрамға әйләнә. Гәзит-журналдарҙы һәр ваҡыт күпләп алдыра ветеран-уҡытыусы. Улар араһынан иң тәүҙә республикабыҙҙың төп баҫмаһы “Башҡортостан”ды ҡулына ала.
Әминә Әбсәләмова инде байтаҡтан хаҡлы ялда. Ғүмер буйы мәктәптә балаларға белем бирә ул. Намыҫлы хеҙмәте өсөн “Халыҡ мәғарифы отличнигы” исеменә лайыҡ була. Төп эшенән тыш, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша.
– Гәзит матур сыға, йәнеңә теләгән мәҡәләне табырға мөмкин, — ти ул. — Тормошобоҙҙағы бөтә өлкәләр киң яҡтыртыла. Үҙем, элекке уҡытыусы булараҡ, айырыуса мәғариф яңылыҡтарын уҡырға яратам. Баҫмала төрлө ижади бәйгеләр ойошторола. Мәҫәлән, “Һөнәрмән” конкурсын башлауығыҙ бигерәк йәтеш булды. Арабыҙҙа күпме талантлы, иҫ киткес кешеләр бар! Уларға ҡарап, башҡаларҙа ла, минең ҡулдан килмәҫлекме ни, тигән сәм уяна торғандыр.
Әминә апай тормош иптәше менән биш бала үҫтереп, барыһына юғары белем алырға ярҙам итә. Үкенескә ҡаршы, оҙаҡ йылдар Салауат исемендәге колхозға етәкселек иткән Фәрит ағай күптән түгел генә баҡыйлыҡҡа күсте.
— Ҡайғылы минуттарымда хәсрәтемде таратыр өсөн әлдә гәзит-журналдар бар әле, – ти ветеран.