Үтәшевтәргә алмаш үҫә31.07.2013
Үтәшевтәргә алмаш үҫәХәйбулла районы элек-электән бил бирмәҫ батырҙары менән данлы. Исеме киң билдәле Ғаззали Үтәшев үҙе ни тора! Шуныһы ҡыуаныслы: төбәктә бөгөн дә милли көрәште үҫтереү буйынса ҙур эш алып барыла.

Был йәһәттән күпселек ауыл мәктәптәрендә түңәрәктәр эшләй, ярыштар уҙғарыла. Хәйбулла батырҙары республика, ил бәйгеләрендә уңышлы сығыш яһай.
Йәш көрәшселәр йәйге каникулда ла күнекмәләрен дауам итә. Мәҫәлән, быйыл Йәнтеш мәктәбе интернатында "Батыр" һауыҡтырыу-спорт лагеры эшләй. Уның етәксеһе Рөстәм Йәрмөхәмәтов әйтеүенсә, бында ярыштарҙа призлы урындарҙы яулаған үҫмерҙәр ял итә. Уларҙың тренерҙары — ауылдарҙа түңәрәктәр алып барған, район, республика бәйгеләрендә дан алған келәм батырҙары Хәсән Үтәшев, Зиннур Әминев, Ғәбит Күскилдин һәм башҡалар.
Егеттәр ваҡытын көрәшеп кенә үткәрмәй, ә Һаҡмарҙа рәхәтләнеп һыу инә, яҡында урынлашҡан "Йәйләү" лингвистик лагерында ял итеүселәр менән волейбол, футбол уйнай, башҡа төрлө ярыштар ойоштора.
Йәш көрәшселәр — бер-береһенә ныҡлы терәк. Бүребайҙан килгән Динар Санышев һәм Әбеш егете Тимур Күскилдин айырылғыһыҙ дуҫҡа әйләнгән. Динар Собханғолов менән Тимур Дәүләтбаевҡа ла лагерҙа бик оҡшай. "Ҡайтҡы ла килмәй", — тип йылмая улар.


Вернуться назад