Красноярск ҡалаһында уҙған “Мисс Азия – Себер-2011” конкурсында Башҡортостан, Тыва, Бүрәт, Саха (Яҡут), Хакас республикаларынан, Кемерово өлкәһенән, Кореянан 13 ҡыҙ ҡатнашты. Араларынан Луиза Закирйәнова башҡорт ҡыҙҙарының иң һылыуҙарҙан булыуын иҫбатланы: мәртәбәле сарала “2-се вице-мисс” титулын яуланы.
Мәсетле районының Теләш ауылында тыуып үҫкән һылыуҡай бала сағынан уҡытыусы булырға хыялланған. Бөгөн ул М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында белем ала. Был уҡыу йортонда Луизаны оҫта бейеүсе булараҡ та беләләр. Себер яҡтарындағы еңеүе сәхнә түренән төшмәгән ҡыҙҙың тәүге уңышы түгел: “Сая ҡыҙҙар-2010” республика бәйгеһендә махсус призға эйә булған, быйыл университетта үткән гүзәллек конкурсында еңеү яулаған.
– “Мисс Азия – Себер” конкурсында Башҡортостан тәүге тапҡыр ҡатнашты. Һынатмағанмындыр, тип уйлайым, сөнки “Мисс Евразия-2012” конкурсына саҡырып ҡалдылар. Красноярск ҡалаһынан ҙур бурыс йөкмәтеп ҡайтарҙылар: “Мисс Азия – Рәсәй-2012” бәйгеһенең Өфөләге һайлап алыу турын үткәрәсәкмен, – ти сая ҡыҙ.
Киләсәктә Луиза матурлыҡ студияһы асырға ниәтләй. Әлегә, башҡа студенттар кеүек, сессияһын уңышлы ябырға тип тырыша.