Енәйәтселәр фашланасаҡ30.07.2013
Редакцияға Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан хаҡлы ялдағы Зәкиә Рамаҙан ҡыҙы Зәйнуллина шылтыратҡайны.

— 23 июндә аттарыбыҙҙы урланылар. Ярай әле, водителе тотолдо. Полиция хеҙмәткәрҙәре ентекле тикшереү үткәрмәй, — тип дәғүә белдергәйне ул.
Хәлгә аңлатма биреүҙе һорап, Рәсәй Эске эштәр министрлығының Йылайыр районы буйынса бүлегенә мөрәжәғәт иттек. 11 июлдә бүлек етәксеһе Юнир Нәҙерғолов ҡул ҡуйған түбәндәге яуапты алдыҡ:
“24 июндә Волгоград өлкәһе вәкиле идара иткән автомашинаға аттар тейәгәндә тотолдолар. Был эш менән шөғөлләнгән өс кеше иһә яҡындағы урманға ҡасып ҡотолдо.
Ваҡиғаға бәйле, Рәсәй Енәйәт кодексының тейешле статьялары буйынса эш ҡуҙғатылды. Әле тикшереү бара, ат урлауға ҡағылышлы енәйәтселәрҙең шәхесе асыҡлана”.


Вернуться назад