"Күсмә почта" ҡулайыраҡ30.07.2013
Ғафури районының Йөҙимән ауылы халҡы исеменән Биктимер Рәхмәтуллин, Нәфисә Шәмсетдинова, Миңлесара Заһиҙуллина, Сәхиулла Шәрипҡолов, Мәүлиҙә Дәүләтова, Ғәлиә Баһауетдинова, почта бүлексәһенең яҙмышы өсөн борсолоп, редакцияға хат ебәргәйне. Мәҡәлә гәзиттә баҫылып сыҡҡас, уны Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы директоры Ирек Ғәлимовҡа тикшерергә ебәрҙек. Аҙаҡ идаралыҡ директоры урынбаҫары Ленард Шафиҡовтан түбәндәге яуапты алдыҡ:

"Ҡабул ителгән нормативҡа ярашлы, почта элемтәһе бүлексәһе кәмендә бер мең кеше йәшәгән һәр ауылда булырға тейеш. Башҡа осраҡтарҙа стационар почта элемтә бүлексәһенән өс километрҙан арыраҡ урынлашҡан ауылдарҙа күсмә почта хеҙмәтләндереүе ойошторола.
Сәйетбабанан 11 километр алыҫлыҡтағы Йөҙимән ауылында 255 йортта 317 кеше йәшәй, мәктәп һәм балалар баҡсаһы бар. Ундағы почта бүлексәһе ун йылдан ашыу ремонтланмаған иҫке бинала урынлашҡайны. Коммуналь түләүҙәр сығымы ҙур булды, электр менән тәьмин итеү йыш ҡына туҡтау сәбәпле, бер нисә тапҡыр ҡиммәтле техника эштән сыҡты. Бүлексә бер нисә йыл рәттән табышһыҙ эшләне, план йөкләмәһен үтәмәне, 2012 йылда почта, аҡса күсереү һәм ебәреү — 33 процентҡа, гәзит-журналдарға яҙҙырыу 26 процентҡа кәмене.
Ғафури районы һәм ауыл хакимиәттәре почта бүлексәһе бинаһын яҡшыртыу сараһын күрмәне. Һөҙөмтәлә Йөҙимән почта бүлексәһе былтыр тармаҡты ҡулайлаштырыу планына индерелде һәм күсмә хеҙмәтләндереү тәртибенә күсерелде. Уны Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан идаралығы һәм Талбазы почтамты контролдә тота".


Вернуться назад