Күренекле башҡорт спортсыһы, “планетаның иң көслө кешеһе” Эльбрус Ниғмәтуллин, Силәбе үҙәгендәге трамвай юлында ете трамвайҙан торған составты 7 метрға күсереп, тағы ла донъя рекорды ҡуйҙы.
Юл участкаһы сара барышында өс сәғәткә ябылған, ҡала транспорты хәрәкәте маршруты үҙгәртелгән. Башта Эльбрус Ниғмәтуллин алты вагонды 6,8 метр арауыҡҡа күсергән, бер нисә минуттан составҡа тағы ла бер вагон ҡушылған.
Эльбрус Ниғмәтуллиндың ауырлығы — 136 килограмм, ете трамвайҙыҡы — 115 тоннанан ашыу. Башҡорт атлеты йыл аҙағына тиклем тағы ла бер рекорд ҡуйырға ниәтләй. Башҡортостандағы дуҫтарының тәҡдиме буйынса Эльбрус Өфөләге электр поезын “буксирға” алырға йыйына.