Хаҡтар компенсациялана30.07.2013
Коммуналь хеҙмәттәргә артҡан түләүҙәр өфөләргә ай һайын, дөйөм алғанда, яҡынса 50 миллион һум күләмендә компенсацияланасаҡ.
Атап әйткәндә, хаҡ күтәрелеүе ярты йылда 12 проценттан йәки йылына алты проценттан артығыраҡ тәшкил иткән граждандарға ярҙам күрһәтеләсәк. Әле күптәргә квитанциялар ошо компенсацияны иҫәпкә алып таратылған.
Йылылыҡ һәм эҫе һыуға компенсация алыу өсөн бер ҡайҙа ла мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй – бөтә иҫәп-хисап автоматлаштырылған. Уны һәр кем, хатта коммуналь хеҙмәттәргә түләү буйынса бурыслылар ҙа, аласаҡ.
Компенсациялар 2013 йылға ғына ҡаралған.