"Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ", – ти Ғәбдөк халҡы30.07.2013
"Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ", – ти Ғәбдөк халҡы— Һыу баҫыу ҡурҡынысы юҡ тип иғлан иткәстәр, сырхап торған ҡәйнәмдең хәлен белергә барҙым. Өйҙә яңғыҙ ҡалмаһындар тип, балаларҙы күршегә ҡалдырғайным. Киске ун тирәһендә нимәлер гөрһөлдәй башланы. Шунда уҡ өй яғына ҡарай йүгерҙем. Ара алыҫ ҡына, күпергә еткәндә, һыу ике метрға тиклем күтәрелгәйне инде. "Балалар өйҙә булмаһа ярар ине", – тип Хоҙайға ялбарҙым. Күперҙән өйөмә тиклем һыуыҡ һыуҙа йөҙөп барҙым. Өйгә ҡарауы ҡурҡыныс — тимер ҡапҡаны боҙ емергән, һыу тәҙрәгә еткән. Балаларҙың юҡлығына инанып, күршегә йөҙҙөм. Шөкөр, улар өй башына менеп ултырған икән. Мине һөйрәп алдылар. Таңды шунда ҡаршыланыҡ. Төндө нисек үткәргәнебеҙҙе Хоҙай үҙе генә белә, – тип һөйләй ул мәхшәр тураһында бөгөн Әлиә. Уның тормош иптәше Ғәзим тимер юлда эшләй, ташҡын мәлендә уҡыуҙа була. Бер һыйыры, башмағы, быҙауы батып үлгән. Әлегә мал-тыуар алмағандар, ҡош-ҡорт менән генә хушһыналар.

"Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ", – ти Ғәбдөк халҡыӘлиә менән Ғәзим Ғәлимовтарҙың ғаиләһендә өс бала. Сыңғыҙға — ун бер, Ғәлиәгә — ун, Гөлсиәгә — биш йәш. Ҡатындың башынан үткәргәнен һөйләүе ҡурҡыныс кино таҫмаһы һымаҡ күҙ алдына баҫа. Машина ҙурлыҡ боҙҙар күпер аша атылған, һыу ике метрға еткән. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ мал-тыуар тонсоҡҡан. Был тиклем мәхшәр ваҡытында халыҡты бәләнән Хоҙай ғына аралағандыр, моғайын.
Ғәбдөктә бөгөн тыныс. Беҙ барғанда ҡояш ҡыҙҙыра ине. Бала-саға кинәнеп һыу инә. Инйәр тыныс ҡына бормаланып аға. Юл буйында ятҡан ҙур ағастарҙы иҫәпкә алмағанда, бынан бер нисә ай элек булған ваҡиғалар тураһында бер нәмә лә хәтерләтмәй тиергә мөмкин. Ләкин халыҡтың тел төбөн аңларға була: бәләне улар япа-яңғыҙы үткәргән…
Башҡорт халҡының һәйбәт сифаты бар: бәлә килгәндә бер булып күтәрелеп, ярҙам ҡулы һуҙыу. Ғәбдөктәге ғәҙәттән тыш хәлдән һуң бар район, ҡала халҡы, ябай кешеләр махсус иҫәпкә аҡса күсерә башланы. "Башҡортостан" гәзите лә был акциянан ситтә ҡалманы. Әлеге ярҙам өсөн Ғәбдөк халҡы барыһына ла рәхмәтле. Юрған, түшәктәр тәүге мәлдә иң кәрәклеһе булған, сөнки барлыҡ йыһаз, кейем-һалым һыуланған. Хәйер, мебелде лә һаман"Ярҙамығыҙ өсөн рәхмәтлебеҙ", – ти Ғәбдөк халҡыкиптереп бөтә алмайҙар. Дивандар эшлектән сыҡҡан. Әлеге хәлде белеп, Башҡортостан Адвокаттар палатаһы ла ситтә ҡалмай, аҡсалата ярҙам йыя. Ошо аҡсаға зыян күреүселәргә һыуытҡыстар, микротулҡынлы мейестәр, электр сәйнүктәре һәм башҡа кәрәк-яраҡ тапшыра. Бүләк алғандарҙың береһе лә рәхмәт һүҙҙәрен йәлләмәне.
Мәҡәләнең тәүге юлдарында телгә алынған Әлиәгә лә һыуытҡыс бүләк иттеләр. Уның һөйөнөсөн һүҙ менән аңлатып булмай:
— Ауылда йәй һыуытҡысһыҙ бигерәк ҡыйын. Быға тиклем һин дә мин эшләгәне һыу аҫтында ҡалып эшлектән сыҡты. Беҙҙең бәләне үҙҙәренекеләй ҡабул итеп ярҙам ҡулы һуҙған барлыҡ кешеләргә рәхмәтлебеҙ, – ти ул.
Адвокаттар алып килгән бүләктәргә иң ҡыуанғаны бала-саға булғандыр, моғайын. Мәктәпкәсә йәштәге балалар ҡурсаҡ-машина алып шатланһа, уҡыусылар мәктәп кәрәк-ярағына һөйөндө.


Вернуться назад