Һәйкәл табыштырып ҡауыштырған27.12.2011
Һәйкәл табыштырып ҡауыштырғанӨфөнөң иң күркәм урынында – Салауат һәйкәле янында — осраша ике йәш йөрәк. Бейеүгә әүәҫ Йылайыр ҡыҙы менән баҫҡан ерендә осҡон сәсрәтерҙәй Бөрйән егете студент саҡтарынан алып бергә.
Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң Рәмис Айгизәне Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылына килен итеп алып ҡайта. Уртаҡ тормош ҡороуҙарына — биш йыл. Күптәргә үрнәк итерҙәй татыу, берҙәм пар булып йәшәйҙәр. Шуға күрә быйыл яҡташтары уларға “Йәш ғаилә” республика конкурсында район данын яҡлау бурысын йөкмәтә.
М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында уҙған финал турына алты ғаилә килде. Йыр-бейеүгә әүәҫ Айгизә менән Рәмис Исламғоловтар, ысынлап та, һынатманы. Башҡорттоң туй йолаһын күрһәтеп, халыҡтар дуҫлығы бейеүен башҡарып, Бөрйән тарафтарына конкурстың төп бүләген алып ҡайттылар. Ғаиләнең оло еңеүендә биш йәше лә тулмаған ҡыҙҙары Элинаның да өлөшө ҙур булды. Ул, “Бишбармаҡ”ты бейеп, “Ҡөрьән” сүрәләрен яттан һөйләп, тамашасыны таң ҡалдырҙы.
– Ҡыҙыбыҙ тормошта ҡыйыу булһын, кеше алдында үҙен тота белһен тип, уны сәхнәгә сығарҙыҡ, – тине беҙгә йәш әсә.
Әйткәндәй, алған белеме буйынса юрист булһа ла, Айгизә Исламғолова булмышына хыянат итмәгән: бөгөн ул балаларға бейеү серҙәрен аса. Ғаилә башлығы “Геосервис” йәмғиәтендә уңышлы эшләп йөрөй.
– Алыҫ ерҙән килгәс, еңмәйенсә ҡайтмабыҙ тигән маҡсат ҡуйғайныҡ. Тулҡынланһаҡ та, конкурста ауыр булманы, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты ғаилә башлығы.
Йолаларыбыҙҙы ихтирам итеүсе, ҡыҙҙарына милли тәрбиә биреүсе Айгизә менән Рәмис Исламғоловтарға “Башҡорт традицияларын һаҡлағандары өсөн” тигән махсус приз да тапшырылды.
Тормош ҡуйған имтихандарҙы ла конкурс һынауҙары кеүек еңел үткәреп йәшәүҙәрен теләге килә был һоҡланғыс ғаиләгә.


Вернуться назад