Вагондарға күмер тейәй ҡыҙҙар...30.07.2013
Мәсрүрә Мәрҙәмшина (Әйүпова) бала сағын, етемлектә үҫкән йылдарын иҫкә төшөрһә, тәндәре сымырҙап китә. "Эй, Хоҙайым, бер генә балаға ла ундай тормошта үҫергә яҙмаһын!" Был теләктәрҙе туғыҙынсы тиҫтәһен тултырып барған Мәсрүрә инәй көн һайын тиерлек ҡабатлай. Ул ни бары ете йәшендә етем ҡалған һәм үгәй әсә ҡулында тәрбиәләнгән.

Мәсрүрә инәй Ураҙбай ауылында биш балалы ғаиләлә донъяға килә. Атаһы Исхаҡ тураһында яҡты иҫтәлектәр һаҡлай. Оҙон буйлы, иҫ китмәле көслө була яҡын кешеһе. Даны тотош республикаға тарала. Ярыштарҙың уртаһында ҡайнай һәм иң мәртәбәле бүләктәр уға тапшырыла. Сит ил көрәшселәре уның бәһлеүәнлегенә хайран ҡалыр ине, тиҙәр.
“Бала сағым ауыр осорға тура килде. Бәләкәйҙән хәллерәктәргә ялланып үҫтем. Ауырлыҡтарға түҙҙек. 17 йәшкә еткәндә, Бөйөк Ватан һуғышы башланды. Ауылдың ир-аты яуға оҙатылғас, эш урындарын ҡатын-ҡыҙ алды, — тип бәйән итте инәй. — Бер нисә ай курста уҡығандан һуң тракторға ултырҙым. Дөм ҡараңғы төндәрҙә лә ер һөрҙөк, сөнки фронтҡа икмәк кәрәк ине. Планды арттырып үтәү ҙә мотлаҡ. Ҡатын-ҡыҙҙы ҙур ҡалаларға эшкә оҙата башланылар, баш тартып булманы, ризалыҡты һорап та торманылар.
Бер нисә ҡыҙҙы Кемероволағы шахтаға ебәрҙеләр. Вагондарға күмер тейәйбеҙ, гүзәл зат өсөн көс етмәҫлек эш. Ҡасып киткәндәрҙе яңынан килтерәләр ине. Шул ҡәҙәр ауыр, ашау ҙа насар, аслыҡтан шешенгәндәр ҙә булды. Нисек тә тыуған яҡтарға иҫән-имен ҡайтҡы килде, шуға ла теш ҡыҫып түҙҙек. Шөкөр, Башҡортостаныбыҙға аяҡ баҫтыҡ. Ауылда күп ир-аттың һуғыш яланында ятып ҡалыуын белдек.
1953 йылда Әмир Мәрҙәмшин тигән егет менән ғаилә ҡорҙоҡ. 1965 йылда яңы ойошторолған "Ағиҙел" совхозына эшкә килдек. Ирем фронт юлдарын үткән, сыныҡҡан, тырыш ине, ете бала тәрбиәләп үҫтерҙек. Хәҙер инде 90 йәшкә етеп барам, Фәүзиә ҡыҙым менән кейәүемдә йәшәйем. Аллаға шөкөр, рәхмәтлемен. Бала саҡта күргәндәрҙе уйлаһам, әле булһа күңел тетрәп китә. Хәҙер 11 ейән-ейәнсәрем, һигеҙ бүлә-бүләсәрем бар. Тормоштан ҡәнәғәтмен. Илдә тыныслыҡ һаҡланһын, һәр бәндә бәхетле булһын, йәш быуын һуғыш күрмәһен”.


Вернуться назад