Апайым менән тормош матур30.07.2013
Тыл ветераны Рәйсә Шәмсетдинова Ейәнсура районының Юлдыбай ауылында донъяға килгән.

Беренсе бала булғас, ғаилә мәшәҡәттәре күберәк уның иңенә төшә. Ҡыҙ 12 йәшенән Мичурин исемендәге колхозда эшләй башлай. Һарыҡташ ҡасабаһынан ат менән орлоҡ ташый, тракторсы, һатыусы, келәт мөдире, иген үлсәүсе лә була, һуңынан Кемерово өлкәһендәге ФЗО-ға уҡырға ебәрелә. Әсәһе Хәҙисә апай, үгеҙ егеп, колхозда көн-төн бил бөккән саҡта ике һеңлеһе, ҡустыһы Рәйсә ҡарамағында ҡала.
Туғаным һеңлеләрем Зифаға, Рәшиҙәгә, ике улы — Мөхәмәт менән Сәйфуллаға юғары уҡыу йортон бөтөрөргә ярҙам итте. Әгәр ҙә Рәйсә апайым булмаһа, беҙ ун саҡрым алыҫлыҡта ятҡан Абҙан мәктәбен дә тамамлай алмаҫ инек. Ул фермала ла эшләне: мал ҡараны, бирсәткәләр бәйләп, фронтҡа посылкалар оҙатты. Күпме ауырлыҡ күрһә лә бирешмәне. Хәҙер кесе улы Сәйфулла, килене Гәүһәр, ейәне Азамат менән бергә йәшәй. Кәңәштәре, тормош тәжрибәһе — үҙе бер хазина. Бәйләгән мамыҡ шәлдәренең иҫәбе-һаны юҡ, тәмле аш бешереүсе лә ул. Ҡарбуз, кәбеҫтә, картуф, помидор, виноград, алма ла үҫтерә. Йөҙөң һәр саҡ шат булһын, оҙаҡ йәшәргә яҙһын һиңә, апайым.


Вернуться назад