Мөғжизәгә тиң ваҡиғалар була30.07.2013
Мөғжизәгә тиң ваҡиғалар булаҺәр кемдең тормошонда мөғжизә тип атарлыҡ хәл-ваҡиғалар була. Халыҡ табибы, күрәҙәсе, дин әһеле Мөжәүир хәҙрәт Сиражетдиновҡа юлығыуымды һәм яҙыусы Лира Яҡшыбаева менән танышыуымды үҙенә күрә бер мөғжизә тип һанайым.

Егерме йыл самаһы шөғөлләнгән һөнәремде былтыр ташларға мәжбүр булдым һәм “артабан ни эшләргә?” тигән һорау алдында ҡалдым. Таныштарым, һөйләшеп ҡуйғандай, Мөжәүир хәҙрәттең зыяратына барып ҡайтырға, уңыш килтерһен өсөн китабын үҙем менән йөрөтөргә кәңәш бирә башланы. Әүлиә тураһында бала саҡта әсәйемдән бер аҙ ишеткәйнем. Лира Яҡшыбаеваның повесынан гәзиттә баҫылған өҙөктәрҙе лә уҡығаным булды, шулай ҙа дин әһеле менән ҡыҙыҡһыныуым шунан артманы. Шуға был кәңәштәргә артыҡ ҡолаҡ һалманым. Тик артабанғы ваҡиғалар үҙҙәре мине Мөжәүир хәҙрәткә алып килде…
Таныш ҡатын мине магазинына эшкә алды. Унда беренсе тапҡыр “Мөжәүир хәҙрәт” китабын күрҙем һәм буш ваҡытта яйлап ҡына уҡый башланым. Ике көндән китапты һатып алып киттеләр. Шулай ҙа ни хикмәт: иртәгәһенә мине китапханаға эшкә саҡырҙылар. Барһам — башҡорт әҙәбиәте кәштәһендә әлеге йәшел тышлы китап тора. Тәүге хеҙмәт көнөм уны уҡып үтте, өйгә алып ҡайтып, киске ун берҙә һуңғы битен ябып, иҫ киткес яҡты тойғолар менән әҫәрләнеп, йоҡлап киттем.
“Мөжәүир хәҙрәт” мин һуңғы йылдарҙа уҡыған берҙән-бер китабым булды. Шуға ла әҙәби әҫәр буйынса кисә үткәреү кәрәклеге тыуғас, күп уйлап торманым. Тик нисегерәк ойошторорға? Хикмәтле кеше хаҡында сара ла үҙенсәлекле булырға тейешлеген аңлайым, әммә бындай эште башҡарып ҡарағаным юҡ. Тағы ниндәйҙер ҡөҙрәт мине кәрәкле кеше менән осраштырҙы: инвалидтар ойошмаһы етәксеһе Фәүҡинур Фәтҡуллина, бер нисә көндән Мөжәүир хәҙрәттең зыяратына барасаҡтарын әйтеп, шуға бәйле берәй сара ойошторорға тәҡдим итте. Ул, сумкаһынан алып, атаһына Мөжәүир хәҙрәт бүләк иткән дин китабын, әүлиә үҙ ҡулдары менән яҙған доғалы үткәрмәне (түңәрәк ясин тип тә атайҙар уны) күрһәтте. Фәүҡинур апай ике йәшлек сағында ҡыҙылсанан үлем түшәгендә ятҡан, хәҙрәт уны ҡотҡарып алып ҡалған икән. Бына ниндәй донъяуи материал үҙе ҡул аҫтыма килеп инде.
Мин Мөжәүир хәҙрәттең хәтер кисәһен үткәрергә тәүәккәлләнем. Кеше аҙ булыр тип ҡурҡҡайным, халыҡ бөтә райондан йыйылды. Һөйләргә теләүселәр күп булды. Хәҙрәттең тылсымлы доғаларынан йә уның ҡәберенә барып һауыҡҡан шул тиклем кеше барҙыр Әбйәлилдә тип уйламағайным да. Өс сәғәттән ашыу барған кисә хаҡында ентекләп яҙып тормайым. Ярты йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, унда булғандар әле лә, “кисә һәйбәт, ихлас күңелдән үтте”, тип рәхмәт әйтә. Ә был күп нәмә тураһында һөйләй. Сара күмәк эш һөҙөмтәһе булды. Мөжәүир хәҙрәт тә, гүйә, үҙен ололап иҫкә алыуҙарын белеп, фатихаһын биреп торҙо...
Иң ҡыҙығы шул: хәтер кисәһе башланыр алдынан ғына залға Фәтихә Хәкимова килеп инде. “Лира Яҡшыбаева менән дуҫмын, ул миңә килеп тә йөрөй. Уның менән осрашыу үткәрәйек тигән тәҡдимемде хуплаған кеше тапманым, ә был сарағыҙҙы алдан белмәй ҡалдым, юғиһә автор бында ултырыр ине”, — тине ул. Күп йылдар элек, ирҙәре Баймаҡта партия етәкселәре булып эшләгән ваҡытта, танышҡан әхирәттәрҙең дуҫлығы әле лә дауам итә икән. Һуңынан, әлбиттә, кисә үткән көндә яҙыусының хажда булғанлығы асыҡланды. Әммә уны шулай анһат ҡына Асҡарға килтереү мөмкинлеген белеп ҡалған халыҡ әҙибә менән осрашырға теләк белдерҙе. Мин яҙ үткәрербеҙ тип вәғәҙә биреп ташланым да һуңынан баҙап ҡалдым: беҙ саҡырырбыҙ, ә ул килерме һуң? Юҡҡа ҡурҡҡанмын: Лира Әхмәт ҡыҙы шылтыратыу менән бер ниндәй икеләнеүһеҙ ризалығын бирҙе.
Уның менән осрашыуға күмәкләп әҙерләндек. Кисәне “Изгеләребеҙ хаҡында яҙ, ҡыҙым!” тип атаныҡ. “Исеме есеменә тап килде: мин ҡайҙа ғына барһам да, берәй әүлиә тураһында яҙыуымды һорайҙар”, — тине ҡунағыбыҙ. Әбйәлилдәр Лира Яҡшыбаеваның әҫәре Зәйнулла Рәсүлев хаҡында булыуын теләне. Әҙибә ишандың Троицкиҙағы ҡәберенә, уның Учалы районындағы тыуған ауылына, Әүешкүлдәге Әүлиә шишмәһенә сәйәхәтенән һуң кисәгә тура килгәйне. Ул сәфәрҙән алған йылы тәьҫораттары менән ихлас уртаҡлашты.
Лира Әхмәт ҡыҙын Әбйәлилгә саҡырған тағы бер сәбәп бар. Көҙ үткән хәтер кисәһендә Байым ауылынан “Алмабикә” һәм “Мораҙым хан” исемле нәфис фильмдар сығарған (тәүгеһе Өфө кинотеатрҙарында ла күрһәтелде), һәүәҫкәр кино төшөрөүсе Айгиз Ғабдуллин һәм уның фекерҙәштәре Мөжәүир хәҙрәт тураһында фильм төшөрөү теләген белдергәйне. Киноға, әлбиттә, аҡса кәрәк, әммә был хәл ителмәҫ мәсьәлә түгел. Көньяҡ-көнсығыш райондарҙа йәшәгән, әле булһа хәҙрәттең ҡәберенә барып, йән-тәненә шифа алған халыҡҡа саҡырыу ташлаһаң, күптәр ярҙамдан баш тартмаҫ ине, моғайын. Әлегә шуны ғына әйтә алам: автор һәм режиссер, проект хаҡында әңгәмәләшеп, бер-береһе йөҙөндә ихлас партнер тапты. Лира Әхмәт ҡыҙы аҡсалата ярҙам ойошторорға вәғәҙә бирҙе. Изге ниәт ҡоро һүҙ булмаҫ. Мөжәүир хәҙрәттең рухы ла фатихаһынан ҡалдырмаҫ тип уйлайым. Юҡҡа ғына бөтә был ваҡиғаны баштан мөғжизә тип атаманым бит.

P.S. Книги в кожаном переплете


Вернуться назад