Атайыма оҡшағанмын!30.07.2013
Беҙҙе, өс баланы, атайым бер үҙе генә тәрбиәләй. Әсәйебеҙ үлгәндә иң бәләкәйе булараҡ ике йәштә генә ҡалғанмын. Апайым Розаға – биш, ағайым Илшатҡа дүрт йәш тулып өлгөргән. Береһенән-береһе бәләкәй балалар менән атайыма нисек ауыр булғанын күҙ алдына килтереүе лә ҡыйын, ләкин ул ҡайғынан бөгөлөп төшмәгән, эскегә лә һалышмаған.

Күберәк ваҡыт эргәбеҙҙә булыу, беҙгә дөрөҫ тәрбиә биреү, уҡыуыбыҙҙа ярҙам итеү теләге уны үҙ һөнәрен алмаштырырға мәжбүр итте. Агроном булып эшләп йөрөгән атайым, педагогия институтына уҡырға инеп, уҡытыусы булып эш башланы. Район үҙәгенә күсеп, бер үҙе ҙур итеп өй һалды.
Атайыбыҙ Миҙхәт Шәкирйән улы Ниязғолов Күгәрсен районының Ураҡай ауылында тыуып үҫкән. Ауылдарында башланғыс мәктәп кенә булғас, ун саҡрым алыҫлыҡтағы район үҙәге Мораҡҡа йәйәүләп йөрөп урта белем ала. Уҡыуҙағы уңыштары, комсомол эшендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн бирелгән Маҡтау грамоталарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлай. Түҙеп торғоһоҙ сатлама һыуыҡтарҙа ла, күҙ асҡыһыҙ бурандарҙа ла, ҡойоп ямғыр яуғанда ла, эҫе ҡояш өткәндә лә ул дәрес ҡалдырмаған. Уҡырға, белемле һәм һөнәрле кеше булырға тырышҡан. Уның һөнәрҙәре лә күп: агроном белеме баҡса үҫтерергә ярҙам итә, уҡытыусылыҡ төп эше булып китте, ә водитель булыу көн дә кәрәк. Беҙҙе лә тырышып уҡырға, күп һөнәргә өйрәнергә, төрлө туңәрәктәргә, спорт секцияларына йөрөргә дәртләндерә.
Атайым хәҙер Ҡанаҡас төп дөйөм белем биреү мәтәбендә директор вазифаһын башҡара, тарих, йәмғиәтте өйрәнеү фәндәренән уҡыта. Уны уҡыусылыр ҙа, коллективы ла ярата һәм хөрмәт итә. Уҡыусылары район олимпиадаларында призлы урындар яулай, ғилми хеҙмәттәр яҙа. Миңә «Атаһына оҡшаған ҡыҙ бала бәхетле була ул», — тип юраһалар, ҡыуанып китәм.
Дүртәүләшеп матур, татыу, етеш ғаиләлә йәшәйбеҙ. Беҙ бер нәмәлә лә мохтажлыҡ кисермәһен өсөн атайым бөтәһен дә эшләй: хужалыҡты алып бара, тәмле итеп ашарға ла бешерә, яғымлы итеп беҙҙе иркәләй ҙә ул, кәрәк саҡта бик талапсан да. Көн һайын уның иртә тороп һигеҙ саҡрымдағы ауылға йөрөп эшләүен, унан һуң ғына арып ҡайтыуын аңлап торабыҙ. Шуға ла ҡәҙерлебеҙгә һәр яҡлап ярҙам итәбеҙ, ҡайғыртмаҫҡа, гел генә ҡыуандырып торорға тырышабыҙ. Өлкән класта уҡыған Роза апайым төрлө олимпиадаларҙа ҡатнаша, призлы урындар яулай, уға етәге Илшат ағайым да һынатмай, яҡшы уҡый, спорт менән дә шөғөлләнә.
Мин дә “4” һәм “5” билдәләренә генә өлгәшәм. Балалар сәнғәт мәктәбенең рәсем класында ла уҡыйым. Төрлө конкурстарға, күргәҙмәләргә һүрәттәремде ебәреп торам, бәйгеләрҙә еңгән өсөн Маҡтау ҡағыҙҙарым да күп.
Киләсәктә лә атайыбыҙҙы уңыштарабыҙ менән ҡыуандырырбыҙ әле. Уның йөҙө беҙҙең өсөн бер ваҡытта ла ҡыҙармаҫ, һәр саҡ ғорурланып йәшәренә ышанам. Үҙе генә иҫән-һау, сәләмәт һәм бәхетле булһын инде!


Вернуться назад