Сейәләнгән май — халҡыбыҙҙың милли ризығы. Шифалы емеште оҙайлы һаҡлау ысулы.
Мин майҙы иреткән саҡта әҙ генә шәкәр һалам. Сейәләрҙе май эҫе саҡта һалһаң, тәмлерәк була. Эмалле ыҡсым һауыттарға эре сейәне тултырып, өҫтөнә ҡайнар майҙы ҡойоу бигерәк анһат. Был һауыттарҙы туңдырғыста һаҡлауы ла еңел. Сейәһе аҙ булһа, балалар сүпләп ашап бөтә лә майы тороп ҡала. Шуға балалар ашаһын өсөн ошолай эшләйем. Ә ҡунаҡҡа, ҡорбан аштарына майын күберәк һалып сейәләйем. Беҙҙең яҡта май сейәләү тиҙәр.