Үҫеп килгән быуында тирә-яҡ мөхиткә иғтибар менән ихтирамды нисек тәрбиәләргә? Хатта юғары даирәләрҙә лә был һорауға яуап таба алмайҙар. Ә бына "Асылыкүл" тәбиғәт паркы директоры Рәмил Аралбаев менән "Башҡортостан" милли паркы директорының фән буйынса урынбаҫары Лилиә Солтангәрәева оҙаҡ уйлап тормаған — экологик лагерь ойошторған. Үҙҙәрен "ДОП"-сылар ("Тәбиғәтте һаҡлау дружинаһы". — Авт.) тип атаған бындай әүҙем кешеләр республикала бихисап. Уларҙың барыһы ла ҡасандыр бер уҡыу йортонда белем алып, ошо исемдәге дружинаның әүҙем ағзалары булған. Студенттарҙы берләштергән әлеге ойошма тирә-яҡ мөхитте һаҡлауға ҙур өлөш индергән. Бөгөн дә улар йәш быуынға үҙҙәренең күргән-белгәндәрен еткереү өсөн арымай-талмай хеҙмәт итә.
Экологик лагерь бишенсе тапҡыр ойошторола. Йыл да уны төрлө тарафта үткәрәләр, сөнки һәр яҡтың үҙенсәлектәре бихисап. Уларҙы өйрәнеү — лагерҙың тағы бер йүнәлеше. Бында экология мәсьәләләре менән ҡыҙыҡһынған, тикшеренеүҙәр үткәргән, биология буйынса олимпиадаларҙа ҡатнашҡан балалар йыйылған. Мәҫәлән, Илдар Фәттәхов Асҡын ауылынан. Етенсе класты тамамлаған үҫмер ауылы эргәһендә генә таралған ысыҡ үләне тураһында тикшереү эше яҙған һәм Бөтә Рәсәй конкурсында өсөнсө урынды яулаған.
— Был үләндең үҙенсәлеге шунда: ул бәләкәй бөжәктәр менән туҡлана. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һуңғы йылдарҙағы ҡоролоҡ үләнгә ныҡ тәьҫир итте. Һаҙлыҡтар ҡорой һәм ысыҡ үләне кәмегәндән-кәмей бара. Шуға ла уны һаҡлау өсөн саралар күрергә кәрәк, – ти Илдар.
Бөрө ҡалаһынан килгән Анна Зинова ла, ата-әсәһе лә бергәләп урында йүнәлеште билдәләү спорты менән шөғөлләнә. Рәсәй буйынса үткәрелгән ярыштарҙы ҡалдырмайҙар.
— Һуңғы йылдарҙа ҡалала яман шеш сиренә тарыусылар һаны бермә-бер артты. Был хәл радиация кимәленең күтәрелеүенә бәйле түгелме икән, тип махсус прибор ярҙамында ҡала буйынса тикшереү үткәрҙем. Һөҙөмтәләр ҡыуандырҙы: радиация кимәле түбән. Тимәк, яман шеш икенсе сәбәп арҡаһында барлыҡҡа килә. Быны асыҡлау мөһим. Асылыкүлгә лә радиация кимәлен үлсәү ҡорамалын алып килдем. Дуҫтарым менән бында ла махсус карта төҙөп,
радиация фонын үлсәп сыҡтыҡ. Күлдә ҡурҡамайынса ял итергә була, – тип һөйләй ҡыҙыҡай. Әйткәндәй, ул ошо арала урында йүнәлеште билдәләү буйынса Пенза ҡалаһында үтәсәк Бөтә Рәсәй ярышына юлланасаҡ.
Ғөмүмән, экологик лагерға йыйылған балаларҙың күбеһе Асылыкүл буйына тәүгә аяҡ баҫҡан. Шуға күлдең килеп сығышы менән ҡыҙыҡһынып, ҡайтҡас та "Заятүләк менән Һыуһылыу" эпосын уҡып сығырға ҡарар иткәндәр. Аҡҡоштарҙы күҙәтеп, фотоға төшөргәндәр. Уларҙы ашатҡанға, лагерь тапҡырына себештәрен эйәрткән аҡҡоштар килеп китә. Балалар бынан бер кинәнес табып зыҡ ҡуба.
Экологик лагерҙа ял итеүселәр "Асылыкүл" тәбиғәт паркына ҡулдан килгәнсә ярҙам күрһәткән. Балалар йыйған сүп-сарҙы дүрт “КаМАЗ” менән ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигонына сығарғандар. "Асылыкүл ус төбөндәге кеүек күренгән тауҙан туристар өҙөлмәй. Баҡһаң, ҡайһы берәүҙәр күлдең хозурлығына һоҡланғандан һуң, унда сүп ташларға тартынмай икән. Балалар иһә, ошоно күреп, тауҙың итәген таҙартты. Был урында матур сейәлек бар, ҡыҙарышып бешеп ултыра…" – тип һөйләй Рәмил Фәттәх улы.
Тәбиғәткә иғтибарлы балалар күл буйына ял итергә килеүселәргә лә бер ни тиклем экологик тәрбиә биргән. Төрлө плакаттар төшөрөп, уларҙы туристарға күрһәтеп, иң яҡшыларын билдәләгәндәр. Күл тирәләй сағыу плакаттарын элеп сыҡҡандар.
Бына хушлашырға ла ваҡыт. Иҫтәлек өсөн фотоға төшөп, телефондарҙы яҙып алып хушлаштыҡ. Икенсе йыл "ДОП"-сыларҙың экологик лагерын тағы барып күрербеҙ әле. Экологик тәрбиәгә килгәндә иһә, ниндәйҙер ысул уйлап сығарырға кәрәкмәй. Бары тик балаларҙы йышыраҡ тәбиғәт ҡосағына алып сығып, үлән, ағас, ҡош, бөжәктәр донъяһы менән таныштырырға кәрәк.