22 районда ғәҙәттән тыш хәл27.07.2013
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостандағы баш идаралығы матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, бөгөн республиканың 22 районында ғәҙәттән тыш хәл режимы ғәмәлдә.
Ете районда — Белорет, Ишембай, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр һәм Әлшәйҙә ул саранчаларҙың күплеге арҡаһында иғлан ителгән. Улар ауыл хужалығы культураларына ҙур зыян килтерә. Әлшәй, Борай, Хәйбулла, Өфө, Ҡариҙел, Мишкә, Балаҡатай, Тәтешле, Әбйәлил, Дәүләкән, Ғафури, Көйөргәҙе, Баймаҡ райондары һәм Күмертау ҡалаһында иһә хәлгә эҫелек, ҡоролоҡ сәбәп булған. Стәрлетамаҡ районында был режимды Васильевка ауылы янында нефть шламы түгелеү сәбәпле, яҙ көнө үк булдырғайнылар.
Былтыр Башҡортостан илдең ҡоролоҡтан зыян күргән 20 төбәге иҫәбенә индерелде, республиканың 46 районы һәм өс ҡалаһында ҡоролоҡ теркәлгәйне. 2012 йылда ауыл хужалығы культуралары 585 мең гектар ерҙә һәләк булды. Республика иҡтисадына 5,4 миллиард һумлыҡ зыян килгәйне.