Йәнә биш ғаиләгә — сертификат27.07.2013
Йылайыр районы хакимиәтендә күп балалы биш ғаиләгә торлаҡ һатып алыуға сертификат тапшырылды.
— Үрҙә әйтелгән районда халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеүгә, атап әйткәндә, торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүгә айырым иғтибар бирелә. Тап ошондай ныҡлы, татыу ғаиләләр беҙҙең таянысыбыҙ, — тине район хакимиәте башлығы Илгиз Фәтҡуллин сертификат тапшырыусыларҙы ҡотлап.
Түләү күләме ярайһы уҡ ҙур — 10 миллион һум самаһы. Һәр сертификаттың хаҡы 1,6 — 2,1 миллион һум тәшкил итә. Был аҡса уңайлы, яҡшы торлаҡ һатып алыуға ла, төҙөлөшкә лә етә. Хакимиәттә әйтеүҙәренсә, әле Йылайырҙа торлаҡ сертификаты алыуға 27 ғаилә сиратта тора.
А. ХӘЛИЛОВ.