Ғәйеплеләр язаһыҙ ҡалмай27.07.2013
Дәүләкәндә йәшәгән 41 йәшлек ике кеше “Хизб ут-Таһрир әл-Ислами” халыҡ-ара террористик ойошмаһы эшмәкәрлегендә ҡатнашҡан өсөн хөкөм ителде, тип хәбәр итте Федераль именлек хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығындағы матбуғат хеҙмәте.

Улар районда йәшерен бүлексә төҙөп, йәштәрҙе йәлеп иткән. Активистарҙы махсус хеҙмәттәр бер нисә йыл дауамында күҙ уңынан ысҡындырмаған. Һөҙөмтәлә законһыҙ эшмәкәрлек буйынса байтаҡ дәлилдәр йыйылған. 2008 йылда ошо уҡ әҙәмдәр шартлы рәүештә хөкөм ителгән.
Башҡортостандағы “Хизб ут-Таһрир әл-Ислами” яҡлыларҙың төп маҡсаты — урындағы мосолман өммәһен тарҡатыу, төбәктә Рәсәйҙең конституцион ҡоролошон үҙгәртеү өсөн шарттар тыуҙырыу. 2011 йылда Федераль именлек хеҙмәте идаралығы ошо ойошманың Өфө, Бөрө, Салауат, Стәрлетамаҡ, Сибай, Дәүләкән ҡалаларындағы йәшерен бүлексәләре эшмәкәрлеге буйынса 12 енәйәт эше ҡуҙғата. Законһыҙ ғәмәлдәр өсөн 50-нән ашыу кеше хөкөмгә тарттырыла.
Был ойошма ағзалары йыш ҡына боевиктар яғында һуғыша. Әле улар Сүриәләге оппозиция көстәрен яҡлай, Хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы ҡораллы көрәш алып бара.
Мировой судья ғәйеплеләргә 120 һәм 70 мең һум штраф һалыу тураһында ҡарар сығарған.


Вернуться назад