“Шәхси кабинет” — һеҙҙең мәнфәғәттә27.07.2013
Пенсия фондының Башҡортостандағы бүлексәһе үҙенең рәсми сайтында “Ойошманың шәхси кабинеты”н булдырҙы.
Республикалағы бүлексә отчеттар ҡабул итеү, Интернет технологияларын файҙаланып, Пенсия фондына түләүҙәр тураһында халыҡҡа мәғлүмәт еткереү йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы эш алып бара. Әле ул 215 мең страховкалаусы менән эш итә. Шәхси кабинет иҫәпкә күсерелгән страховка иғәнәләрен тикшереү, пенялар, штрафтар буйынса бурыс күләмен асыҡлау мөмкинлеген бирә.
Ведомствола әйтеүҙәренсә, “Ойошманың шәхси кабинеты”нда теркәлеү өсөн электрон сервистан файҙаланыуға рөхсәт алыу картаһын тултырырға кәрәк. Картаны ойошма исеменән эш итергә хоҡуҡлы кеше йәки ышаныс ҡағыҙы буйынса вәкил тултыра ала. Теркәлеү картаһы бланкын электрон хеҙмәттең төп битенән йәки Пенсия фондының территориаль органынан алырға була. Күптән түгел Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевҡа, шулай уҡ Пенсия фонды идараһы рәйесе Антон Дроздовҡа Благовещенға эш сәфәре барышында “Эшҡыуарҙың шәхси кабинеты”, “Ойошманың шәхси кабинеты” мөмкинлектәре күрһәтелгәйне.