Быйыл туғыҙ айҙа республикала 128 кеше наркотик һәм психотроп матдәләр менән ағыуланыу һөҙөмтәһендә донъя ҡуйған. Шуларҙың 34 проценты – 30 йәшкә тиклемгеләр. “Наркомания” диагнозлы ауырыуҙарҙың былтырғынан 3, 9 процентҡа артыуы һәм 3 847-гә етеүе лә проблеманың киҫкенләшеүен күрһәтә. Шуға бәйле Башҡортостан Республикаһының наркоманияға ҡаршы комиссияһы ултырышында сетерекле хәлдән сығыу планы төҙөлдө.
– Әсәйем Өфөнөң һөнәрселек училищеларының береһе янындағы йортта йәшәй. Уға барған һайын подъезда ятҡан энәләрҙе күрергә тура килә. Тимәк, наркомания “йәшәрә”, 14-15 йәшлек бала-сағаны ағыулай. Беҙҙең күҙ алдында тотош быуын юҡҡа сығыуы ихтимал. Шуға күрә ултырышта ҡоро һандарҙан торған статистиканы барламағыҙ, ә аныҡ мәсьәләләр күтәрегеҙ, – тине комиссия ағзаларына Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов.
М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин әйтеүенсә, наркоманияға ҡаршы республика программаһын төҙөү, наркотик ҡулланыусыларҙың барлыҡҡа килеүен иҫкәртеүсе үҙәктәр асыу, педагогтар өсөн махсус уҡыуҙар ойоштороу — күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә.
Н. ХӘСӘНОВА.