Тарихҡа күҙем асылды27.07.2013
Мәктәптә уҡыған осорҙа уҡ Башҡортостандың, халҡыбыҙҙың тарихы менән ҡыҙыҡһындым, гәзит-журналдарҙағы мәҡәләләргә күҙ һала килдем.
Халҡыбыҙҙың ҡатмарлы, хатта фажиғәле юлы хаҡында Әкрәм Бейеш, Нияз Мәжитов, Әлфиә Солтанова яҙған китаптарҙы уҡып сыҡтым. Артабан тарихсы Әхмәт-Гәрәй Йәнғәлиндең төрлө журнал, гәзит биттәрендә донъя күргән мәҡәләләренә иғтибар итә башланым. Әхмәт-Гәрәй ағайҙың “Башҡортостан”, “Ағиҙел”, “Ватандаш” биттәрендә баҫылған “Тарих нисек яҙыла?”, “Тарих шик тыуҙырғанда”, “Ҡан тамырҙарыбыҙ ҡайҙан?”, “Ҡасандан?” һәм башҡа мәҡәләләрен уҡып, үҙем өсөн күп яңы тарихи мәғлүмәт алдым. Әгәр “Ағиҙел” биттәрендә ғалимдың “Көҫәп батыр” тигән мәҡәләһен уҡымаһам, Салауат батыр кимәленә күтәрелгән, ләкин һаман да тейешле баһа алмаған батырыбыҙ барлығын белмәҫ инем. Ғалимдың “Ҡараһаҡал ҡаһарманмы, әллә үткенсеме?” тигән мәҡәләһе лә төрлө уйға һалды.
Мине ғалимдың “Ағиҙел”дең 7-се һанында донъя күргән һәм 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында табындарҙың ҡатнашыуы тураһында һүҙ барған мәҡәләһе айырыуса ҡыуандырҙы, хатта хайран ҡалдырҙы. Беҙҙең ырыу тураһында иҫ киткес мәғлүмәттәр биргәне өсөн мин ғалимға рәхмәт белдерәм. Баҡтиһәң, табындар ҡәбилә түгел, ә бик боронғо халыҡ икән. Үҙебеҙҙең дәүләтебеҙ — “Табын ханлығы”, бихисап хандарыбыҙ булған икән. Улар 1812—1814 йылдарҙағы Ватан һуғышында ла әүҙем ҡатнашҡан.