Йәйҙе түҙемһеҙләнеп көтәбеҙ, айырыуса һыу инеү осорон. Күңелле миҙгел ҡайһы бер ваҡытта көйөнөстәр ҙә алып килеүсән.
Кеше һыуға батып барғанда нимә эшләргә?
Иҫтә тотоғоҙ: ял итергә уйлаһағыҙ, ҡулайлаштырылған урынды ғына һайлағыҙ.
Әгәр ҙә быға тиклем белмәгән-күрмәгән ергә барһағыҙ, эргә-тирәне ҡарап сығығыҙ, бигерәк тә һыу ятҡылығын ентекләп тикшерегеҙ.
Йылға булһынмы, күл тиһеңме, быуамы, бер ҡасан да тота килеп һыуға һикермәгеҙ (ташҡа бәрелеүегеҙ, ботаҡҡа сәнселеүегеҙ, тимергә ҡаҙалыуығыҙ мөмкин).
"Ҡырын тейәгән" килеш һыуға бөтөнләй төшмәгеҙ, аяғығыҙҙың ҡорошоуы, тәнегеҙҙең тартышыуы ихтимал.
Кемдер бата башлаһа, көсөгөҙҙө самаламай тороп бер ҡасан да һыуға ташланмағыҙ (йыш ҡына ҡотҡарыусы үҙе ҡорбанға әйләнә).
Ярҙамға ашыҡҡан осраҡта иң мөһиме ҡаушап ҡалмағыҙ, батыусының ал яҡтан кәүҙәһенә йәбешмәгеҙ, уны арттан сәсенән, ҡулынан, кейеменән ярға табан һөйрәгеҙ (һыуҙа таш та мамыҡ кеүек еңел).
Ул кешене ярға сығарғас та, эсенән һыуҙы мөмкин тиклем күберәк сығарырға тырышығыҙ:
– йөҙтүбән һалығыҙ, башын аҫҡа эйҙерегеҙ;
– уны ҡоҫтороу сараһын күрегеҙ;
– арҡаһына көслө итеп түгел, ә ипләп кенә һуғып алығыҙ;
– иҫенә килгән кешегә тыныслыҡ кәрәк, уны уң йәки һул яғына һалығыҙ.
* * *
Йәшен иң бейек урынды атыусан (яңғыҙ ағас, йорт, антенна һ.б.). Йәшен йәшнәгәндә һаҡланыу саралары:
бер ҡасан да ҡола яланда ҡалырға тырышмағыҙ, әгәр ундай осраҡҡа эләкһәгеҙ, тубыҡтарығыҙҙы ҡосаҡлаған килеш ергә ултырығыҙ (күренмәҫлек булығыҙ, йырынға төшөгөҙ);
урамда китеп барһағыҙ, йәһәт кенә берәй өйгә инә һалығыҙ (автомобиль шулай уҡ хәүефһеҙ);
һыуҙан сығып, тиҙ генә һөртөнөгөҙ;
тәнегеҙҙәге металл әйберҙән ҡотолоғоҙ;
тимер ятҡан урындан ҡасығыҙ;
ағастан йыраҡ китегеҙ;
телефондан һөйләшмәгеҙ, шул иҫәптән кеҫә телефонынан;
электр приборҙарын йүнәтәһегеҙ икән, уны ҡуйып тороғоҙ.