«Әрме һурпаһы»н тәмләп ҡаранылар27.07.2013
«Әрме һурпаһы»н тәмләп ҡараныларТаң һыҙылып килгән мәл. Балаларҙың һаулығын нығытыусы «Башаҡ» лагерында «подъем», «тревога» тигән һүҙҙәр яңғырай. Райондың төрлө ауыл-ҡасабаһынан йыйылған 25 курсант-үҫмер егет һикереп тора ла, «һә» тигәнсә кейенеп, тышҡа атыла…
Иртәнән кискә тиклем барған күнекмәләрҙә шулай тирләп-бешеп бер нисә көн дауамында «Йәш спецназсы» отряды һалдаттары махсус частар, эске ғәскәр ветерандары, наркоконтроль идаралығы, медицина хеҙмәткәрҙәре, бокс һәм ҡул һуғышы буйынса тренерҙар, психологтар менән бергә әрмегә әҙерлек үтте.
Йәш һалдаттарҙың иртәнге зарядканан башланған көндәлеге тығыҙ булды. Әрме, һуғыш буйынса теоретик белем дә тупланылар улар, спорт буйынса ла нығындылар. Көндөҙ карта, техника өйрәнһәләр, кис ярышып туя алманылар. Шуныһын да әйтергә кәрәк, үҫмерҙәр күнекмәләрҙә «берҙәмлектә – көс» икәнен үҙҙәрендә татып ҡараны.
Лагерҙың һуңғы көнө курсанттарҙы бүләкләү менән тамамланды. Кемдер диплом алды, кемдер – рәхмәт хаты, ә «йәш спецназсы» сертификаты һәммәһенә лә бирелде. «Бындай әҙерлек үткәс, беҙ мотлаҡ рәүештә әрмегә барасаҡбыҙ!» – тип хушлашты егеттәр лагерҙы ойоштороусылар менән. Тыуған илен түгел, үҙен дә яҡлай алмаған быуын үҫеп килгәндә, ватансылыҡ төшөнсәһе аяҡ аҫтында ҡала барғанда ошондай лагерҙарҙың ҡиммәте сикһеҙ, әлбиттә.


Вернуться назад