Төҙөлөш бара икән, тимәк, тормош гөрләй27.07.2013
Төҙөлөш бара икән, тимәк, тормош гөрләйБының өсөн бөгөнгө ауылда шарттар етерлек

Республикала халыҡтың торлаҡ шарттары яҡшыра бара, Хөкүмәт тә яңынан-яңы программалар ҡабул итә. Әле ошо тәңгәлдә төбәктә маҡсатлы 18 программа эшләй. Бөгөн йәш ғаиләләр, ата-әсә ҡарауынан мәхрүм ҡалған балалар, етемдәр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, уларҙың тол ҡатындары төрлө программаға ярашлы торлаҡ мәсьәләһен ыңғай хәл итә. Ә кемдәр өсөн был мәсьәлә һаман урынынан ҡуҙғалмаған, уларға иһә урындағы етәкселеккә мөрәжәғәт итергә, документтар тапшырырға ғына ҡала.

Архангел районының Убалар ауылынан Айгөл Абдуллина, мәҫәлән, ошо маҡсатта 2008 йылда район хакимиәтенең йәштәр бүлегенә ғариза яҙып, сиратҡа баҫа. Бәхет уны урап үтмәй: 2011 йылда йәштәр бүлегенән "Торлаҡ" маҡсатлы федераль программаһына инеүҙәре менән ҡотлап һөйөнсөләйҙәр. Бөгөн ул район үҙәгенең Йәштәр биҫтәһендә ҡарағайҙан йорт һалып ингән. Дәүләттән бүленгән субсидияға Айгөл, Белорет районынан өйлөк бура һатып алып, туғандары ярҙамында йорт күтәргән.
– Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Хөкүмәтебеҙгә рәхмәт инде, – ти ул. – Юғиһә үҙ көсөңә өй туйлауы бик ауыр. Әлегә һыу, газ юҡ, әммә район етәкселеге был мәсьәләләрҙе лә тиҙ арала хәл итергә вәғәҙә бирҙе.
Ошо уҡ микрорайонда тиҙҙән Гөлнур менән Филүс Юламановтар ҙа өй туйлай. "2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү" программаһына ярашлы, йәш ғаилә 300 мең һумға яҡын субсидия алған. Әле шыңғырҙап торған ҡарағайҙан өй күтәргәндәр, ҡыйығы ябылған. "Ике бала үҫтерәбеҙ. Үҙем — уҡытыусы, ирем — төҙөлөштә, әле Өфөлә эшләйбеҙ. Тиҙҙән үҙ йортобоҙға күсәбеҙ, шуға ҡыуанып бөтә алмайбыҙ", – ти Гөлнур.
Башҡортостан Хөкүмәтенең аҙ ҡатлы йорттар төҙөү мәсьәләләре буйынса республика күсмә кәңәшмәһе Архангел, Ҡырмыҫҡалы райондарында юҡҡа ғына ойошторолманы, был ике төбәктә "Йорт комплекты" пилот проекты уңышлы тормошҡа ашырыла. Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Архангел ауылының Йәштәр микрорайонында йорт һалып сыҡҡан Айгөл Абдуллинала булып, бура күтәргән Гөлнур менән Филүс Юламановтар миҫалында күреп, проекттың уңышлы үтәлешенә тағы бер тапҡыр инанды. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты, "Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды" дәүләт унитар предприятиеһы ойошторған кәңәшмәне Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары Рәүеф Ноғоманов алып барҙы.
Бөгөн Архангел районында 700-ҙән ашыу кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға сиратта тора. Быны хәл итеү өсөн улар төрлө социаль программалаТөҙөлөш бара икән, тимәк, тормош гөрләйҡатнаша. "2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү", 2011 – 2015 йылдарҙа йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн "Торлаҡ" маҡсатлы федераль программаларына ярашлы үҙ мөйөшөн булдыра ала. Төбәктә 2011 йылдан бирле "Йорт комплекты" пилот проекты старт алған. Унда тәүге йылда ете кеше ҡатнашып, 533,9 квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырылған. Граждандарға йорт комплекттары һатып алыуға бөтәһе 1 миллион 840 мең һум льготалы заем бүленгән. 2012 йылда иһә программала туғыҙ ғаилә ҡатнашыу хоҡуғына эйә булған. Бөгөн 586 квадрат метр торлаҡ төҙөлөшөн тамамлау планлаштырыла. Быйыл проектта 11 ғаилә ҡатнашһа, йыл аҙағына тиклем тағы ла дүрт ғаиләнең инеүе ихтимал.
Шуныһы ҡыуаныслы: был программаға ярашлы "Башҡортостан Республикаһының Торлаҡ төҙөлөшө фонды" дәүләт унитар предприятиеһы республиканың Урман хужалығы министрлығы менән берлектә шәхси йорт төҙөүселәргә өй комплекттары сәнәғәтен ойоштороп, бура һәм ылыҫлы ағастарҙан материалдар менән тәьмин итәсәк. Унда ҡатнашыусыларға йылына 5 процент менән льготалы аҡса займы биш йылға ҡәҙәр бирелә.
"Йорт комплекты" проектының маҡсаты – аҙ ҡатлы төҙөлөштө үҫтереү, торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарға ярҙам итеү. Программа нимәһе менән йәлеп итә һуң? Ауылда йәшәүсе граждан мәшәҡәтһеҙ генә тиҙ арала урманға юлланмай, төҙөлөш материалдарына заказ бирә ала. Шәхси төҙөлөш өсөн был бик ҡулай. Уңайлы булыуын тағы ла шуның менән билдәләргә була: ҡайҙа эшләүенә, йәшенә ҡарамаҫтан, программала ҡатнаша ала. Ә ҡайһы бер программаларҙа 35-тән уҙмаған йәш ғаиләләр һәм белгестәр генә был хоҡуҡҡа эйә.
Артабан кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Архангел ауылының Ворошилов урамында "Башҡортостан Республикаһында социаль торлаҡ төҙөлөшө фонды" төҙөгән Төҙөлөш бара икән, тимәк, тормош гөрләйкүп фатирлы йортто ҡараны. Улар тәү сиратта етемдәргә, "Торлаҡ" федераль, "2013 йылға тиклем ауылды социаль үҫтереү" республика, "Архангел районы муниципаль район халҡы ала алырлыҡ торлаҡ" район программаһында ҡатнашыусыларға, күп балалы ғаиләләргә, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренең тол ҡатындарына биреләсәк. Өс ҡатлы йортта бер, ике һәм өс бүлмәле 21 фатир ҡаралған. Әле бында биҙәкләү эштәре бара, тирә-яғы төҙөкләндерелә. Халыҡ газ менән файҙаланасаҡ, санузелы буласаҡ. Июль аҙағында өй туйлау көтөлә.
– Районда торлаҡҡа мохтаж булғандарҙы фатир менән тәьмин итеү өсөн йылына тағы ла ошондай ике йортто файҙаланыуға тапшырырға кәрәк, тик шул саҡта ғына хәл бер аҙ яҡшы яҡҡа үҙгәрер, – тип белдерҙе Рәүеф Ноғоманов, һәм төҙөлөштә заманса йылытыу, канализация, электр менән тәьмин итеү технологияларын индерергә тәҡдим итте.
Ҡырмыҫҡалы районында ла кәңәшмәлә ҡатнашыусылар аҙ ҡатлы йорттар төҙөү мәсьәләләре менән танышты, тәжрибә уртаҡлашты.
Әле районда 52 мең кеше йәшәй. Тик район үҙәгендә генә 318 кеше торлаҡ мәсьәләһен яҡшыртыуға сиратта тора. Бөгөн 780 күп балалы ғаилә һанала. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов белдереүенсә, 260 ғаиләгә ер участкаһы бүлеп бирелгән.
Архангелдәге кеүек Ҡырмыҫҡалы районында ла "Йорт комплекты" пилот проекты тормошҡа ашырыла. Былтыр 24 ғаилә ошо программаға ярашлы торлаҡ мәсьәләһен хәл иткән. Быйыл әҙер материалдарҙан яңы йорт һалыуға тағы ла 74 ғаилә тотонған. Дөйөм алғанда, йыл аҙағына тиклем йөҙгә яҡын йорт-комплект сафҡа инергә тейеш. Был программа менән күпселеген уҡытыусылар, медицина, бюджет хеҙмәткәрҙәре файҙалана. Бынан тыш, районда күп фатирлы социаль йорттар ҙа төҙөлә, бер квадрат метры, мәҫәлән, 23 мең һум тәшкил итә.
– Архангел менән Ҡырмыҫҡалы райондарында уңышлы тормошҡа ашырылған "Йорт комплекты" пилот проектын республиканың башҡа төбәктәренә лә сығарырға иҫәп тотабыҙ, – тине Рәүеф Ноғоманов. – Халыҡ программаларҙың эшләүен белергә һәм бындай хеҙмәттән файҙаланырға тейеш. Әлбиттә, программаға ярашлы шәхси йорт төҙөүселәрҙе арзан материалдар менән тәьмин итергә тейешбеҙ, ә улар урында һалым түләй. Проект бар яҡлап та отошло. Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов та республикала төҙөлөштө ике тапҡырға арттырыу бурысы ҡуйғайны, был ҡарар үтәлергә тейеш, мөмкинлектәр ҙур. Әлбиттә, район хакимиәте лә урында торлаҡ төҙөлөшөн йәйелдереүгә күп көс һалырға тейеш.


Вернуться назад