– Камила ҡыҙым, бәпкәләрҙе ҡарап кил әле!
– Ярай, өләсәй.
– Ә һин, Таһир улым, ихатаның анау ерен генә һепереп ал, йәме. Матур булып торһон!
– Хәҙер.
– Фирүзә, ҡолонсағым, һин ҡайҙа?
– Мин бында, өләсәй.
– Тауыҡтарға ем һип, йәме, аҡыллым!
Ауыл ерендә эш бөтәһе түгел. Бигерәк тә йәй көндәрендә. Әле быҙауҙарҙы болонға ҡыуырға, әле ҡош-ҡортона күҙ-ҡолаҡ булырға кәрәк. Ундай-бындай эштәрҙе ейән-ейәнсәрҙәренең күңел биреп башҡарыуына Хәлиҙә апай ҡыуанып ҡуйҙы. “Ҡул араһына инеп киләләр, тәүфиҡтарын бирһен. Эш рәте белеп үҫкән кеше бер ерҙә лә кәм-хур булмай ул”.
Үҙҙәренең бала сағы ифрат ауыр ваҡытҡа тура килде шул. Ас-яланғас, икмәк һынығына тилмергән, кейемһеҙ замандарҙы оноторлоҡмо ни! Бер тинһеҙгә һеперелгән саҡтары ла аҙ булманы. Хоҙайым, башҡа ундай афәт ҡабатлана күрмәһен, донъялар имен-аман торһон!
Хәҙер, Аллаға шөкөр, тормош матур. Йыбанмаған кешегә форсаты сығып тора. Балаларына ла ошоно һеңдереп үҫтерҙеләр.
Хәлиҙә менән Абдулла Йәноҙаҡовтар Ҡаранйылғала хөрмәткә лайыҡ, эшһөйәр ғаиләләрҙән һанала. Бергә-бергә ғүмер йомғағын һүтеүҙәренә лә ярты быуат үтеп киткән. Былтыр ауыл Советында алтын туйҙарын ҙурлап билдәләнеләр. Ғаилә башлығы Абдулла ағай хаҡлы ялға сыҡҡансы “Йондоҙ” колхозында яуаплы вазифаларҙа эшләне, орден, миҙалдар менән бүләкләнде. Ҡулы алтын уның, нимәгә генә тотонһа ла, ҡойоп ҡуя. Трактор-машиналарҙы унан да яҡшыраҡ “дауалаған” кеше бармы икән? “Ошоно ғына ҡарап бирмәҫһеңме?” – тип әллә ҡайҙарҙан килеп етәләр. Хәлиҙә апай үҙе шәфҡәт туташы булып эшләне. Хәҙер иһә саҡ ҡына буш ваҡыты булдымы, энәләренә тотона, матур итеп кофта, ойоҡбаштар бәйләй.
Дүрт бала үҫтерҙе улар. Бөтәһе лә башлы-күҙле, хатта өлкәнерәктәре үҙҙәре олатай-өләсәй булған. Ә кинйәләре Айваз йола буйынса улар янында ҡалды. Төпсөктәре лә донъя көтөргә әүәҫ. Күптән түгел тракторын яңыртты, үҙенең таҡта ярҙырғысы бар. Килендәре Гүзәл, күҙ тейеп ҡуймаһын, харап уңған, бөтмөр, ҡулынан килмәгән эше юҡ.
... – Өләсәй, бәпкәләр йылға буйында йөрөйҙәр, бөтәһе лә теүәл.
– Ихатаны һепереп бөттөм.
— Тауыҡтарҙы ашаттым.
Ейән-ейәнсәрҙәренең тәтелдәүенә күңеле булған Хәлиҙә апай уларҙы арҡаларынан дөпөлдәтеп һөйҙө.
– Ҡайһылай уңған минең балаҡайҙарым! Ана шулай һәр ваҡыт аҡыллы, тырыш булығыҙ. Эш яратҡан кешене бәхет үҙе эҙләп таба.