Йәмле Ҡыҙыл буйы балаларҙың шат тауышынан гөр килә. Былтыр ғына асылған "Ирәндек" лагерында ял итеүселәрҙең күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыты ла юҡ.
— Балалар араһында опекаға алынған, аҙ тәьмин ителгән, күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгәндәр байтаҡ, — тине өлкән вожатый Айгөл Бәшәрова. — Хеҙмәтебеҙ еңелдән түгел, әммә тәрбиәселәребеҙ һәр кем менән уртаҡ тел таба, тырышып эшләй. Вожатыйҙарҙың күбеһе — студенттар. Йәш булыуҙарына ҡарамаҫтан, эшен еренә еткереп башҡаралар.
Лагерҙа көнөнә биш тапҡыр туҡланалар, өҫтәлдән йәшелсә-емеш өҙөлмәй. "Ашнаҡсыларыбыҙ әҙерләгән аш-һыу телде йоторлоҡ!" — ти балалар.
Район хакимиәтенең һәм урындағы эшҡыуарҙарҙың ярҙамы менән лагерҙа тышҡа сәхнә ҡуйылған. Шулай уҡ республика етәкселеге 100 урынға иҫәпләнгән
айырым ашхана төҙөүҙә булышлыҡ итә. Был эш уңышлы тамамланғас та, лагерь йыл әйләнәһендә меңгә яҡын кешене ҡабул итә аласаҡ.
Ғөмүмән, "Ирәндек"тең асылыуы әбйәлилдәр өсөн ҙур ҡыуаныс. Балаларын быға тиклем сит райондарҙа ял иттерергә мәжбүр булған ата-әсәнең һөйөнөсө сикһеҙ. Ҡыҙҙар, малайҙар ҙа ҡәнәғәт. Әйтәйек, Хәлил ауылынан Алһыу Әминева, башланғыс класта ғына уҡыуына ҡарамаҫтан, лагерь тормошон тәүге көндән үк үҙ иткән, Азалия, Нәзилә исемле әхирәттәре менән рәхәтләнеп ял итә. Бында икенсе тапҡыр килгән Асҡар малайы Ихсан Моратов күптәнге дуҫтары Ғаяз менән Артурҙы йәнә осратыуына бик ҡәнәғәт.
Лагерҙың яңы автобусы бар. Ял итеүселәргә төрлө урынға сәйәхәткә сығыу харап уңайлы.