Ҡайҙа оҙаҡ йәшәйҙәр?26.07.2013
2018 йылға Рәсәйҙә ғүмер оҙайлығы ир-ат өсөн кәм тигәндә — 74, ҡатын-ҡыҙ өсөн 79,6 йәш тәшкил итергә тейеш, тип иғлан ителде. Яҡшы теләктең тормошҡа ашыуына бик тә ышанғы килә, әммә уға хәтлем йәшәргә лә әле йәшәргә. Рәсәйҙәрҙең уртаса ғүмер оҙайлығы бөгөн күпме? Ҡайһы төбәктә хәүеф ҙурыраҡ? Росстаттың һуңғы мәғлүмәттәренә байҡау яһайыҡ.

2011 йылда баҡыйлыҡҡа күскән ир-аттың уртаса йәше 64,01 булһа, ҡатын-ҡыҙҙыҡы 75,51 йыл тәшкил итте. Ҡайһы бер төбәктәрҙә күрһәткестәр ошо кимәлдән дә кәм. Ульянов өлкәһендә, мәҫәлән, ир-аттың уртаса ғүмер оҙайлығы 2011 йылда ни бары 55 йәш булды. Үлем осраҡтарының күбеһе ҡан әйләнеше системаһы сирҙәренә бәйле. Ә ҡатын-ҡыҙ, киреһенсә, ғүмер оҙайлығы буйынса күрһәткестәрен яҡшыртты, улар уртаса 76 йәшкә тиклем йәшәй. Әйтерһең дә, улар башҡа планетала ғүмер һөрә...
Статистика күңелһеҙ булһа ла, дөрөҫлөгө менән таң ҡалдыра. Мурманск, Новгород, Әстрхан, Иркутск, Амур, Магадан, Сахалин өлкәләрендә, Камчатка, Приморье крайҙарында, Удмуртияла, Тывала ир-аттың ғүмере уртаса 55-59 йәштә өҙөлә.
Ә социаль-иҡтисади хәле шәптән булмаған көньяҡ төбәктәрҙә, атап әйткәндә Ингушетия һәм Дағстанда, ирҙәрҙең уртаса ғүмер оҙайлығы — 72 һәм 70, ҡатын-ҡыҙҙыҡы 79 һәм 70 йәш тәшкил итә. Тимәк, бәхет аҡсаңдың күп булыуында ла, затлы кейем-һалымда ла, хан һарайындай фатирҙа йәшәүеңдә лә түгел.
Мәскәүҙәрҙең был йәһәттән ҙур уңышҡа өлгәшеүенә һөйөнөргә генә ҡала. Һуңғы алты йыл эсендә ир-аттың ғүмере 4,5 йылға (71 йәш) артты. Ә ҡатын-ҡыҙ уртаса 79,4 йәшкә тиклем йәшәй. Йөрәк сирҙәренән ғәҙәттә 83 йәштән һуң вафат булалар. Был хәлде ил өсөн ҙур ҡаҙаныш тип иҫәпләргә кәрәк.
Эшкә һәләтле йәштәге граждандар араһында үлем осраҡтарының күп булыуы бик хәүефле: йыл һайын ярты миллиондан ашыу кеше вафат була (415 мең ир-ат һәм 107 мең ҡатын-ҡыҙ пенсияға тиклем йәшәмәй). Ғәжәп, 1960 йылда бындай юғалтыу ике тапҡырға кәм ине.
Хеҙмәт карьераһы уртаһында тиҫтәләгән мең кеше йоғошло һәм паразитар сирҙәрҙән һәләк була. Ирҙәр өсөн — 45, ә ҡатын-ҡыҙ өсөн 52 йәш үтә хәүефле. Үлем осраҡтарының ярайһы ҙур өлөшө ошо мәлгә тура килә. Сәбәптәр мең төрлө: бәхетһеҙлек осраҡтары, юл фажиғәләре, үҙ-үҙенә ҡул һалыу, өҙлөгөүҙәр...
Былтыр 29 мең суицид теркәлгән. Был — бик ҙур һан. Юғалтыуҙарҙың байтаҡ өлөшө йөрәк (йылына миллиондан ашыу осраҡ) һәм онкология (290 мең) сирҙәре һөҙөмтәһендә. Инсульт, инфаркт, яман шеш ауырыуҙары йәшәргәндән-йәшәрә, йөрәк сиренән айырыуса 70 йәшлек ирҙәр һәм 79 йәштәр тирәһендәге ҡатын-ҡыҙҙың ғүмере йыш өҙөлә.


Вернуться назад