“Етем” түрә26.07.2013
— Өлгөрбай ағай, “Етем төлкө” әкиәте хаҡында ишеткәнегеҙ бармы?
Иглиндә йөрөгәндә көтмәгәндә танышым шундай һорау биргәс, бер килке аптырап ҡалдым. Бәй, уны кем белмәһен! Имеш, бер заман Айыу, Бүре, Эт, Ҡуян йәшәгән йортҡа ҡулына ҡомған тотҡан Төлкө килеп ингән дә эйелеп-бөгөлөп:
— Һаумыһығыҙ, ҡәҙерле дуҫтарым! Хәйерле кис! – тигән. Хужалар Төлкөнө сәй янына саҡырған. Теге ултырған. Бер-ике туҫтаҡ сәйҙе эсеп алғас, Төлкө ашыҡмай, бик әҙәпле ҡыланып ҡына һүҙ башлаған.
— Мин яҡты донъяла япа-яңғыҙ ҡалған үкһеҙ етеммен. Мине үҙегеҙҙең араға алһағыҙсы!
Нисек инде бисараның үтенесенә ҡолаҡ һалмайһың! Индергәндәр быны. Тик бахыр булып килеп ингән Төлкө генә ҡәҙерҙе аңламай үҙенең ялған эшенә тотонған. Быларҙың ҡышҡылыҡҡа тип әҙерләгән майын ашап бөтөргән.
— Шундайыраҡ хәл беҙҙең Иглиндә лә булды әле.
— Нисек?
Һуңғы йылдарҙа етемдәрҙе, ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы торлаҡ менән тәьмин итеү йәһәтенән шаҡтай эш башҡарыла. 2011 йылда Башҡортостан Хөкүмәте 39,1 квадрат метр майҙанлы бер бүлмәле фатирҙы Иглин районы балансына күсерә. Етемдәр өсөн, әлбиттә. Әммә хакимиәт һынлы хакимиәттең үҙендә “үкһеҙҙәр” ултырғанда, нисек инде уны тота килеп ҡулдан ысҡындыраһың?! Фатирҙы күрәләтә етемдәргә биреү килешкән эш түгел. Иң тәүҙә хакимиәттә ултырғандарҙың тормош шарттары яҡшы булырға тейеш. Халыҡтың көнитмешен кем хәстәрләй тиң? Улар, әлбиттә! Ә исемлектәге торлаҡҡа мохтаж 25 сабый (ата-әсә ҡарауынан мәхрүм) көтөп торор. Баштары йәш әле. Етемдәрҙең өлөшөнә ингәнһегеҙ тип, әллә кем тикшереп йөрөмәҫ.
Шулай итеп, фатирға ул саҡта район хакимиәтенең опека һәм попечителлек бүлеге етәксеһе Әлфир Хәсәнов дөбөрләтеп барып инә.
Әлбиттә, унда “етем” түрә рөхсәтһеҙ-ниһеҙ үҙенән-үҙе барып кермәгән. Әкиәттәге ҡәрҙәше кеүек, иң тәүҙә райондың муниципаль милек идаралығы буйынса комитеты рәйесе Светлана Свешникованың тәҙрәһен барып сирткән. Ул бындай теләккә ҡаршы буламы? Юҡ, әлбиттә!
— Бик хуш! Бөтәһе лә үҙебеҙҙең ҡулда, – тип фатихаһын бирә ул. Изге күңелле, мохтаждарға ярҙам итеү, ғәҙел булыу – Светлана Владимировнаға хас сифат. Холҡо шулай. Благовещен педагогия училищеһында ла уҡытыусылары әйләнгән һайын әхлаҡ, намыҫ кеүек матур төшөнсәләр хаҡында туҡып торҙо. Аҙаҡтан үҙе мәктәптә балаларға белем биргәндә лә уҡыусыларға ошолар тураһында һеңдерҙе.
— Ғәҙел, ихлас булығыҙ! Ярҙам һорап килгән кешене кире бороп сығармағыҙ. Әҙәмде биҙәгән иң матур сифаттар улар.
Әлбиттә, тормошта бөтәһе лә һин теләгәнсә генә булмай. Арабыҙҙа боҙоҡ кешеләр ҙә етерлек, ғәҙеллек юллап йыш ҡына айҡашырға ла тура килә. Шул маҡсаттан Светлана Владимировна юрислыҡҡа уҡып, белемен камиллаштыра. Төрлө ойошмаларҙа юрист-консультант булып эшләй. Хатта бер осор “Һеҙҙең юрист” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең директоры вазифаһын да башҡара.
Светлана Владимировнаның йәнә бер матур сифаты хаҡында ла әйтмәһәк, яҙыҡ булыр. Ул шул ҡәҙәр баҫалҡы, тыйнаҡ кеше – күрһәткән изгелеге хаҡында бер ҡасан да, мин шулай иттем, тегегә булыштым, тип башҡаларға һөйләнеп йөрөмәҫ. Әлеге ярҙамы хаҡында ла берәйһенә ауыҙ асып һүҙ әйтһәсе! Тик беҙҙең халыҡ араһында төрлөһө бар бит, бер тар күңеллеһе был хаҡта кемдеңдер ҡолағына төшөргән. Ә полиция хеҙмәткәрҙәренә шул ғына кәрәк! Көндәрҙең береһендә тып итеп килеп төшәләр ҙә тотоналар соҡсонорға:
— Етемдәргә торлаҡ биреү хаҡындағы документтарығыҙҙы күрһәтегеҙ әле?
— Ни өсөн законды боҙаһығыҙ?
— Вазифағыҙҙы уҫал ниәттә файҙаланаһығыҙ…
Әкиәттең ахыры былай тамамлана. Алдаҡсы Төлкөнөң ҡырын эшен белеп ҡалғас, уны үлтерә яҙғансы туҡмағандар ҙа:
— Хәҙер үк үксәңде ялтырат бынан! Эҙең дә булмаһын! Беҙҙең арала һиңә урын юҡ, – тигәндәр.
Был енәйәти хәлдең дә аҙағы шулайыраҡ бөтөр, ахырыһы. Нисек кенә ҡыйын булмаһын, “етем” түрәгә әйберҙәрен төйнәргә тура килер. Ә йомарт ханымға КПЗ-ла законды йәнә энәһенән-ебенә ҡәҙәр өйрәнергә форсат булыр, моғайын.


Вернуться назад