Осраҡлы урында ит һатып алмағыҙ26.07.2013
Йәйге эҫе һауа торошо ҡайһы бер йоғошло һәм инвазион сирҙәрҙең таралыуына уңайлы шарттар тыуҙыра.
Инвазион сирҙәр араһында, малдан кешегә йоға торған эхинококкоздың республика күләмендә йышайыуы хәүефкә һала. Ауырыуҙы таратыусы иң төп сығанаҡ – эт һәм бесәйҙәр. Эттең эсәктәрендә үҫеп өлгөрөп, йомортҡалары тиҙәк менән тирә-йүнгә (үләнгә, һыуға, ергә, емеш-еләккә) тарала. Хайуандарға – үлән йә һыу менән, кешегә иһә бысраҡ ҡул, ҡайнатылмаған һыу, еләк-емеш аша эләгеп, йомортҡанан ҡарышлауыҡҡа әүерелеп, ҡан тамырҙары аша бауыр, үпкә һәм башҡа эске ағзаларға урынлашып бәләкәй шар формаһында үҫә. Ағзаның эшмәкәрлеге боҙола. Ниндәйҙер сәбәп менән йортоғоҙҙа аҫраған этегеҙгә, план нигеҙендә тикшереү үткәрелмәгән икән, йыл әйләнәһенә өс айға бер тапҡыр ветеринария лабораторияһына анализ биреүҙе күҙ уңында тоторға кәрәк.
Ошо факторҙы иҫәпкә алып, осраҡлы кешеләрҙән, лаборатор тикшереү үтмәгән мал итен һатып алыуҙан тыйылыу мотлаҡ. Бигерәк тә район үҙәгендә йәшәүселәр был хаҡта онотмаһын ине. Үҙенең һәм ғаиләһенең сәләмәтлеген ҡайғыртҡан кеше иттең клеймоһы һәм документтарының булыу-булмауы тураһында ҡыҙыҡһынырға тейеш. Участка ветеринария врачынан белешмә алмай, лаборатор анализ үткәрмәй генә итен йорттарҙа, урамда һатырға тырышҡан кешенән алыҫ булығыҙ. Организмға хәүеф тыуҙырыусы паразит сирҙәр, сальмонеллез, эсәк таяҡсаһы һәм башҡалар менән ағыуланыуҙы киҫәтеү өсөн бары санитар тикшереүе үткән, махсус урындарҙа һатылған итте генә алырға саҡырабыҙ.