500 грамм бауыр, өс йомортҡа, 2 ҡалаҡ он, 4-5 баш һуған, майонез, тәменә ҡарап тоҙ, борос алына.
Бауырҙы ярыһынан таҙартып, сей килеш ит турағыс аша үткәрәбеҙ. Өс йомортҡа, ике ҡалаҡ он, кәрәгенсә тоҙ, борос һалып, барыһын бергә болғатабыҙ. Ул ҡаймаҡ ҡуйылығында булырға тейеш. Табаны майлап, ҡоймаҡ ҡойған шикелле бешерергә кәрәк. Әҙер ҡоймаҡтарҙы һыуытабыҙ. Эслек өсөн һуғанды ярым түңәрәкләп ҡырҡабыҙ һәм үҫемлек майында ҡыҙҙырабыҙ. Торт түбәндәгесә эшләнә: беренсе йәймә өҫтөнә ҡыҙҙырылған һуғанды тигеҙләп йәйеп һалабыҙ, өҫтөнә майонез яғабыҙ һәм ҡалған йәймәләрҙе лә сиратлап ошолай уҡ эшләйбеҙ. Иң өҫкө ҡатына майонез яғып, йәшел тәмләткестәр менән биҙәйбеҙ.