Ҡол булмаҫбыҙ тимә26.07.2013
Һуңғы егерме йылда, йәғни капитализмға күсеү осоронда яңылышлыҡтар, бик күп етешһеҙлектәр булды. Был хәлде кеше аңлай, әлбиттә. Ул властарҙың эшмәкәрлегендә лә сағылды.
Илдең, республикабыҙҙың иҡтисадын үҫтереү урынына күп хужалар үҙ кеҫәһен байытыуҙы уйланы. Мәҫәлән, ауыл хужалығын биш йылда күтәреп була ине, ә беҙ, киреһенсә, малсылыҡ фермаларын емерҙек, техника һатып алмайынса иҫкеләрен әрәм-шәрәм итеп туҙҙырҙыҡ. Етештерелмәгән иген, ит-һөт статистика буйынса ун мәртәбә артыҡ етештерелде тип күрһәтелде. Ни өсөн киң мәғлүмәт сараларында төплө аналитик тәнҡит һәм киләсәктә ниндәй ысул ҡулланыуҙың отошло булыуын, уның өсөн нисек аҡса, материал табыу мәсьәләһен сағылдырған мәҡәләләр юҡ?!
Мәҙәниәт, спорт һарайҙары һәм башҡа объекттар иҡтисадтың торошона ҡарамай төҙөлә. Эш урындары булмағас, хәлле йәшәмәгән халыҡтың ундай урындарға йөрөргә мөмкинлеге юҡ. Башҡортостандың эшкә һәләтле халҡының 20–25 проценты сит өлкәләрҙә, бигерәк тә Себер яҡтарында ғаиләһенән айырылып эшләй.
Мин тураһын әйтмәксе булам: ысынбарлыҡҡа күҙ йомоп, электр йышҡы кеүек бөтә хәлде шымартабыҙ, маҡтайбыҙ, хужаларға ярарға тырышабыҙ. Был демократиямы? Әллә батша власы заманындағы, Сталин режимы, социализм осорондағы яраҡлашыумы, ҡулайлашыумы? Ни өсөн Татарстан маҡтанмайынса бөтә яҡтан алға сыға һуң? Унда фермерҙарға ла, шәхси хужалыҡтарға ла күпләп субсидия, процентһыҙ кредит бирәләр. Беҙҙә исем өсөн закон, ҡарар сығаралар, ә Темәс ауыл биләмәһендә 400 мең һум ярҙамды берәүҙең дә алғаны юҡ, яңылышмаһам. Һәр төрлө бюрократик кәртәләр арҡаһында ул аҡса кәрәкмәгән өлкәләргә йә кире юғарыға китеп торалыр, күрәһең.
Йәштәрҙе, бигерәк тә уҡыу йәшендәге балаларҙы эшкә өйрәтеп тәрбиәләү өйҙә лә, мәктәптә лә юҡ, хатта матбуғат биттәрендә лә был мәсьәләне күтәрмәйҙәр. Йәштәрҙең байтағы сәнәғәттә эшләү тигән мәғәнәне белмәй. Ер байлығы бөтһә, берәй 20 йылдан пенсиялар исем өсөн генә ҡалһа, кем ҡалыр ябай эшсе булып? Әллә Корея, Ҡытай халыҡтары бөтә ҡала-ауылдарҙа эшләрме икән, ә беҙҙекеләр уларға ярҙамсы, ҡол булырмы?