“Ер урлайҙар” тигән хәбәр буш булып сыҡты26.07.2013
“Өфө уттары” комплексы ер һатып алғас та тыуған ығы-зығы тураһында киң мәғлүмәт саралары әүҙем яҙа башлағас, Өфө хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Александр Филиппов был хәлгә аңлатма бирҙе.
— “Өфө уттары” комплексы, Рәсәйҙәге бик күп компаниялар кеүек үк, ерҙе льготалы һатып алыу хоҡуғынан файҙаланды, — тине Александр Филиппов. — Кадастр хаҡынан 2,5 процентлы ташлама менән ер алыу мөмкинлеге федераль ҡануниәт менән нығытыла. Бындай хоҡуҡтан Рәсәйҙәге, шул иҫәптән Өфөләге байтаҡ ойошмалар файҙаланды. “Өфө уттары” ла участканы кадастр хаҡынан арзаныраҡҡа алған. Әммә быны аңлайышһыҙ схема йәки урлашыу тип ҡарарға ярамай.
Ҡала хакимиәте башлығы урынбаҫары ошо ер участкаһының тарихы менән таныштырҙы. Уның әйтеүенсә, уҙған быуаттың 90-сы йылдарында уҡ “Өфө уттары”на йәштәр комплексы төҙөү өсөн ер бүленгән. 2001 йылда был объект икенсе ойошма милкенә күскәндән һуң, ер ҡайтанан рәсмиләштерелә, объект төҙөлөшө тамамлана. 2004 йылда күңел асыу комплексы сафҡа индерелә. Был осорҙа ерҙән ҡуртым хоҡуғында файҙаланалар. Былтыр “Өфө уттары” уны льготалы хаҡҡа һатып алыу хоҡуғын ҡулланған.
Киң мәғлүмәт сараларында ер һатҡанда мутлашыу тураһындағы мәғлүмәттең донъя күреүен Александр Филиппов ҡала хакимиәтенә баҫым яһау тип иҫәпләй.
— Ҡайһы берәүҙәр (нигеҙҙә, ундайҙарҙы ер мөнәсәбәттәрен тәртипкә килтереү менән ризалашмағандар тәшкил итә) билдәле бер көс структуралары ярҙамында ҡала хакимиәтенә баҫым яһай. Быны беҙ тоябыҙ, күрәбеҙ. Яуап итеп асыҡтан-асыҡ эш итергә тырышабыҙ, — тине ул.
Хакимиәт башлығы урынбаҫары әйтеүенсә, тикшереү барышында ҡуртым өсөн түләнмәгән, майҙандар үҙләштерелмәгән 200-гә яҡын участка асыҡланды.
— Ҡуртымға алыусыларға килешеүҙе тарҡатыу тураһында 130 самаһы мөрәжәғәт ебәрелде. Ойошмаларҙың бер өлөшө бурысын кисектермәҫтән түләне. Әлбиттә, суд эштәре лә буласаҡ, сөнки ҡайһы берәүҙәр активтарынан еңел генә айырылырға теләмәй. Беҙ быға әҙербеҙ, — тине Өфө хакимиәте башлығы урынбаҫары.