Полисыңды алмаштырҙыңмы?26.07.2013
Мотлаҡ медицина страховкаһының берҙәм полисы Башҡортостанда, бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, ике йыл элек ғәмәлгә индерелә башлағайны. Яңы өлгөләге документты алыу ваҡыты сикләнмәгән.

Иҫкеһенән айырмалы, яңы полиста кешенең эшләгән һәм йәшәгән урыны тураһындағы мәғлүмәттәр юҡ, исем-шәрифе, тыуған йылы, паспорт мәғлүмәттәре йәшерелгән махсус штрих-код ҡына күрһәтелә. Икенсе эшкә урынлашҡанда уны алмаштырыуҙың кәрәге юҡ. Яңы полис бер тапҡыр бирелә.
Өҫтәүенә, был граждандар Рәсәйҙең һәр төбәгендә, төрлө милек формаһындағы медицина ойошмаһында ярҙамға эйә була ала. Тик был ойошма мотлаҡ медицина страховкаһы селтәрендә эшләргә тейеш. Шул уҡ ваҡытта пациенттың хеҙмәтләндергән өсөн өҫтәмә хаҡ түләүе ҡаралмай.
Граждандар поликлиниканы, страховка медицина ойошмаһын һайлау йәки алмаштырыу хоҡуғына эйә. Тимәк, полисты ҡайҙан алыу һәм кемдә дауаланыу мәсьәләһен һәр кем үҙаллы хәл итә. Страховка компанияһына паспортты, иҫке медицина полисын, пенсия страховкаһы таныҡлығын тапшырырға кәрәк. Балаға полис алғанда тыуыу тураһындағы таныҡлыҡ, ата-әсәнең береһенең полисы йәки паспорты бирелә. Документтар тапшырылғандан һуң кешегә 30 көнгә ваҡытлыса таныҡлыҡ тапшырыла. Ошо ваҡыт үтеүгә страховка компанияһы яңы полис эшләргә тейеш.


Вернуться назад