Ғауға сыҡмаһын өсөн...26.07.2013
Өфөлә адреслы социаль түләүҙе компенсацияға алмаштырҙылар, тип хәбәр итте баш ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте.

Бындай сараның маҡсаты — коммуналь хеҙмәт өсөн хаҡтың йылына 6 проценттан ашыуға артыуына юл ҡуймау. Компенсацияға аҡса республика һәм ҡала ҡаҙнаһынан бүленә.
Әүәлерәк граждандарға адреслы социаль түләү алымы ҡаралғайны. Бының өсөн өфөләр Республика субсидиялар үҙәгенә мөрәжәғәт итергә тейеш ине. Ығы-зығыға, сиратҡа юл ҡуймау өсөн социаль түләүҙе компенсацияға алмаштырырға ҡарар ителде.
Өфөлә йәшәгәндәрҙең барыһы ла яңы схема буйынса компенсация аласаҡ. Бының өсөн документ йыйырға, сиратҡа баҫырға кәрәкмәй. Мәғлүмәттәрҙе йортто хеҙмәтләндергән идарасы компания, торлаҡ милекселәре ширҡәте тапшыра. Был ойошмаларға тейешле килешеү нигеҙендә аҡса күсерелә, ә улар үҙ сиратында уны коммуналь хеҙмәт учреждениеларына бүлә. Торлаҡ-коммуналь хеҙмәт өсөн түләүгә квитанциялар компенсацияны иҫәпкә алмайынса тултырыла. Белдереүҙең өҫкө уң яғында торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр хаҡы, түбәндәрәк компенсация күләме күрһәтелә. Иң һуңғы юлда торлаҡ милекселәре түләргә тейешле хаҡ сағылдырыла.


Вернуться назад