Ғариза яҙырға хаҡығыҙ бар26.07.2013
Быйыл хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшөнә страховка иғәнәһе тарифын һайларға мөмкин. Һеҙ эш хаҡының 6 процентын ҡалдыра йә иһә пенсияның страховка өлөшөнә тарифты 10-14 процентҡа арттырып, уны 2 процентҡа тиклем кәметә алаһығыҙ.

— “Рәсәй Федерацияһында мотлаҡ пенсия страховкаһы тураһында”ғы Закон буйынса страховка иғәнәһе тарифының шәхси өлөшө 16 процент күләмендә ҡарала. Был аҡса шәхси иҫәптә сағыла, хеҙмәт пенсияһын хисаплағанда иҫәпкә алына. 16 проценттың10-ы — страховка, 6 проценты тупланма өлөшкә индерелә. Әммә был 1967 йылда һәм унан һуңыраҡ тыуған кешеләргә генә ҡағыла, — тип аңлатма бирҙеләр Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостандағы бүлексәһендә.
46 йәштән олораҡтар өсөн 16 процент тотош пенсияның страховка өлөшөнә йүнәлтелә. Быйылдан башлап тағы ла бер яңылыҡ ҡарала. Ҡануниәттә билдәләнеүенсә, бынан ары 6 процентты (16 проценттың тупланма өлөшкә бүленгәне) ике пунктҡа — ике һәм дүрт процентҡа айырыу рөхсәт ителә. Шуларҙың 4 проценты кешенең теләге буйынса страховка өлөшөнә күсерелә ала. Тимәк, хеҙмәт пенсияһының страховка өлөшөн туплауға 14 процент йүнәлтелә. Страховка иғәнәһе тарифын үҙгәртмәгән граждандар әүәлгесә эш хаҡының 6 процентын тупланма өлөшкә, ә 10 процентын страховка өлөшөнә түләй. “Внешэкономбанк” дәүләт идарасы компанияһындағы ике инвестиция портфеленең берәүһен һайлаған граждандар ғына ошондай хоҡуҡтан файҙалана ала.
Пенсияға идара итеү йәһәтенән бер ниндәй ҙә сара күрмәгән кешеләр өсөн киләһе йылдан уның тупланма өлөшөнә тариф 6-нан 2 процентҡа кәмейәсәк, ә страховка өлөшөнә иғәнә тарифы 14 процентҡа тиклем артасаҡ. Тупланма өлөшкә бүлемде 6 процентҡа тиклем арттырырға теләгән кешеләр Пенсия фондына ғариза бирергә тейеш.
Страховка өлөшө 2002 йылдың 1 ғинуарынан һуң түләнгән страховка иғәнәһе иҫәбенә, шулай уҡ 2002 йылға тиклемге пенсия хоҡуҡтарын пенсия иҫәп-хисап капиталына үҙгәртеү юлы менән туплана. Уның составына теркәлгән төп өлөш инә. Быйыл 1 апрелдән башлап уның күләме 3 610 һум 31 тин тәшкил итә. Буласаҡ пенсияның страховка өлөшөндәге аҡса шәхси иҫәптә теркәлә һәм уртаса эш хаҡы артымына, бер пенсионерға иҫәпләгәндә Пенсия фонды килеменең үҫешенә ярашлы дәүләт тарафынан индексациялана. Хеҙмәт пенсияһының тупланма өлөшө Пенсия фондына эш биреүсенең, кешеләрҙең ирекле страховка иғәнәләре, дәүләттең берлектә финанслауы иҫәбенә барлыҡҡа килә.


Вернуться назад