Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар26.07.2013
Халыҡ барҙа хаҡлыҡ барӘҙәмде ғәм ҡаҡшата, өмөт йәшәтә
Хәбәр итеүебеҙсә, "Башҡортостан" гәзите редакцияһы Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министрының халыҡты социаль яҡлау, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Лилиә Салауат ҡыҙы ҒҮМӘРОВА менән телефон аша тура бәйләнеш ойошторҙо.
Ике сәғәт дауам иткән "ҡыҙыу линия"ға республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән 60-ҡа яҡын шылтыратыу булды. Тормоштоң шатлыҡтарҙан ғына тормағанын, ә һәр кемдән ныҡышмаллыҡ, яуаплылыҡ, аңлау, белем, кәңәш һәм ярҙам талап иткәнлеген йәнә бер тапҡыр тойҙоҡ.
Мөрәжәғәт итеүселәрҙең бер өлөшөнә шәхсән яуап биреләсәк, сөнки үтенестәрҙең барыһына ла төплө аңлатма, кәңәш биреү өсөн гәзит бите генә тар, өҫтәүенә, ҡайһы бер ҡатмарлы мәсьәләләрҙе өйрәнеү өсөн ваҡыт талап ителә.

Пенсия, торлаҡ, эш хаҡы...

Халыҡ барҙа хаҡлыҡ бар— Алло! Тура бәйләнешме? Һеҙгә Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылынан Луиза Ишина шылтырата. Пенсияны арттырҙыҡ тигән хәбәрҙе күп ишетәбеҙ, әммә бер ниндәй үҫеште лә һиҙмәйбеҙ. Ҡартлыҡ буйынса хеҙмәт пенсияһы аҙ ғына артҡандай булһа ла, дәүләт хеҙмәте буйынса пенсия кәмей. Ошо хаҡта аңлатма бирһәгеҙ ине.
— Һорауығыҙ өсөн рәхмәт. Әйҙәгеҙ, тәүҙә хәлде асыҡлайыҡ, пенсияғыҙға иҫәп-хисап менән танышайыҡ. Пенсия фонды аша һеҙҙең мәғлүмәттәрҙе алып, ентекле өйрәнербеҙ, түләүҙең законлылығын тикшерербеҙ. Яҡын арала һөҙөмтәһе хаҡында хәбәр итербеҙ, телефон номерығыҙҙы ҡалдырығыҙ.

— Хәйерле көн! Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Илшат Әхмәтов һеҙҙе борсой. Биш бала атаһымын. Ишле ғаилә булараҡ, фатирға сиратта торабыҙ. Бәләкәй балабыҙға яңыраҡ ике йәш тулды, әммә торлаҡ сертификатын һаман да алып булмай. Күптән түгел хат алдыҡ: сиратта республика буйынса 46-сы урында тораһығыҙ, тип хәбәр иткәндәр.
— Һеҙҙең оло ғаиләгеҙгә 2,5 миллион һум күләмендә торлаҡ сертификаты тапшырылырға тейеш. Сираттың яй ҡуҙғалыуын беләм, сөнки тәүҙә авария хәлендәге йорттарҙа йәшәүселәрҙе тәьмин итеү ҡаралған. Хәлегеҙ һис тә насар түгел, ике йыл эсендә хыялығыҙ тормошҡа ашыр, тип уйлайым.
Документтарығыҙҙы яңыртырға онотманығыҙмы? Сиратығыҙҙы тикшереп тороғоҙ.
— Һаумыһығыҙ! Балаҡатай районынан Татьяна Патракова булам. 2008 йылда мин эшләгән "Сельхозтехника" предприятиеһы бөлгөнлөккә төштө. Һөҙөмтәлә 200 мең һум тирәһе эш хаҡымды түләмәнеләр. Мин генә түгел, предприятиела хеҙмәт иткән 70-ләп кеше ошондай ауыр хәлдә ҡалды. Хоҡуғымды яҡлап, биш йылға яҡын инде төрлө урынға мөрәжәғәт итеп ҡарайым, әммә һөҙөмтәһе юҡ.
— Республика Президенты Рөстәм Хәмитов эш хаҡы түләү буйынса ҡаты талап ҡуйҙы. Эшләгән кешегә хеҙмәт хаҡын түләмәү — енәйәт. Был борсоулы хәлде мотлаҡ тикшерәсәкбеҙ, хоҡуҡ һаҡлау органдарын да йәлеп итергә ниәтләйбеҙ.
Татьяна Федоровна, әгәр федераль хеҙмәт инспекторы менән осрашырға риза булһағыҙ, шулай эшләйек: уға бөтөн документтарығыҙҙың күсермәһен бирәһегеҙ һәм хоҡуҡ һаҡлау органдары вәкилдәре ҡатнашлығында үтәсәк ведомство-ара комиссия ултырышында һеҙҙең хәлде тикшерербеҙ. Аныҡ миҫалда барлыҡ проблема асыҡ күренәсәк.
Үтенесегеҙҙе хәл итеү өсөн кәрәкле барлыҡ структураларҙы йәлеп итеп, бөтөн мөмкинлекте файҙаланасаҡбыҙ — коррупцияға ҡаршы көрәш ҡаты булырға тейеш.
— Лилиә Салауат ҡыҙы, һеҙгә Күгәрсен районынан Владик Ҡыҙрасов мөрәжәғәт итә. Беҙҙең Аҙнағол ауылынан Теләүембәткә тиклем юл шәптән түгел. Ете саҡрым тирәһе араға асфальт һалырға кәрәк. Ошо юлдан мәктәп автобусы өс ауыл балаларын уҡырға йөрөтә, өлкәндәр ҙә дауаханаға йыш барырға мәжбүр. Тәү сиратта халыҡтың именлеге хәстәрләнергә тейештер бит? Район хакимиәтенә мөрәжәғәтебеҙ һөҙөмтәһеҙ ҡала килә.
— Һорауығыҙҙы контролгә алам. Район хакимиәте башлығы менән кәңәшләшербеҙ. Йыл да юлдар төҙөүгә аҡса бүләбеҙ. Аҙнағол менән Теләүембәт араһы юлын төҙөүгә финанс һалындымы икән — асыҡларбыҙ.
— Өфөнән өс бала атаһы Азат Ҡарағолов булам. Былтыр мартта бушлай ер алыуға сиратҡа торғайныҡ. Мәсьәлә һаман да хәл ителмәй...
— Эйе, Өфөлә бушлай ер алыуға сират бик ҙур. Шулай ҙа һеҙҙең мәсьәлә буйынса тейешле органдарға һорау ебәрербеҙ. Үҙегеҙ ҙә, әүҙемлек күрһәтеп, сиратығыҙҙы барлап, ҡыҙыҡһынып тороғоҙ.
— Икенсе һорауым тыуған яғым — Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылындағы борсоулы хәл хаҡында. Унда Ағиҙел буйлатып дамба һалғандар, өҫтөнә асфальт түшәгәндәр. Был ерҙән техника йыш үтә, кеше лә күп йөрөй, йәй халыҡ ағымы айырыуса арта. Ә юлда бер ниндәй билдә юҡ. Ошо сәбәпле бер нисә йыл рәттән фажиғәле хәлдәр булды, кешеләр тапалды, һәләк булыусылар бар. Юлға билдәләр ҡуйыу, яһалма "полицейский"ҙар һалыу кәрәклеге хаҡындағы мөрәжәғәттәребеҙ һаман да иҫәпкә алынмай.
— Минең исемгә хат яҙығыҙ. Мәсьәләне район хакимиәте, юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы вәкилдәре менән хәл итербеҙ.
— Учалы районынан шылтыратам. Инвалид балаһы булған ғаиләләргә бушлай ер биреү буйынса программа эшләгәнен ишеткәс, мөрәжәғәт иткәйнем, һорауыма ҡаршы яуап алдым — ерегеҙ бар, тинеләр. Мине алдамағандармы?
— Юҡ. Программаға ярашлы, бушлай ер алыу хоҡуғы бығаса ере булмаған ғаиләләргә генә бирелә.
— Һеҙҙе Миңнира Табынғолова тигән ҡатын борсой. Миңә — 60 йәш, Архангел районынанмын. Бығаса Аҙау ауылындағы бер баракта йәшәй инем, хәҙер торор урыным юҡ, өйҙән-өйгә йөрөргә мәжбүрмен. Фатир табырға ярҙам итһәгеҙсе.
— Район хакимиәтенән һеҙҙең хаҡта мәғлүмәт алып, ярҙам итеү юлдарын эҙләрбеҙ.
— Юнир Ихсанов ағайығыҙ булам. Баш ҡалала йәшәйем. Гастарбайтерҙар йылдан-йыл күбәйә, юл төҙөлөшө, сауҙа, транспорт тармаҡтарын улар ҡыйыу яулай. Шул уҡ ваҡытта ауыл һәм район үҙәктәрендә эшһеҙ ятҡан йәш-елкенсәк күп. Үҙебеҙҙең ир-атты ошондай ваҡытлыса эштәргә йәлеп итеүҙең уңайлы ысулдарын тапһаҡ, отошлораҡ булмаҫмы?
— 2010 йылдан алып хеҙмәт потенциалы эшкә һәләтле белгестәрҙең кәмеүе шарттарында формалаша. Быға үткән быуаттың 90-сы йылдарындағы демографик упҡындың эҙемтәләре сәбәпсе. Хеҙмәт баҙарының төп проблемалары буйынса ҡарарҙар эшсе көсөнә ихтыяж һәм тәҡдимдәрҙе анализлау, күҙаллау нигеҙендә ҡабул ителә. Быйыл сит ил хеҙмәткәрҙәрен йәлеп итеү һәм файҙаланыуға квота 24,9 мең кеше булды (эш биреүселәрҙең һорауы буйынса 37 мең кеше талап ителә).
Вакансияларҙың күпселеген эшсе һөнәрҙәре биләй. Нигеҙҙә ир-ат хеҙмәтенә ихтыяж ҙур. Сит ил хеҙмәткәрҙәре үҙебеҙҙең халыҡ өнәмәгән эш урындарын биләй һәм эшсе ҡулға ихтыяжды кәметә.
Халыҡтың мәшғүллеге өлкәһендә алып барылған сәйәсәт эш урындарының ылыҡтырғыслығын көсәйтеүгә, лайыҡлы шарттар һәм хеҙмәт хаҡы булдырыуға йүнәлтелгән. Үкенескә ҡаршы, әлегә был йәһәттән хәл итәһе мәсьәләләр байтаҡ. Кадрҙарға ҡытлыҡты бөтөрөү маҡсатында ҡайһы бер өлкәләрҙә өҫтәмә дәртләндереү саралары күрелә.
— Һаумыһығыҙ! Камил Йосопов булам, хеҙмәт ветеранымын. Дәүләт тарафынан билдәләнгән минималь эш хаҡы күп кешегә хеҙмәте өсөн лайыҡлы баһаланыу мөмкинлеген бирмәй. Тимәк, ул етеш тормош сығанағы була алмай...
— Минималь эш хаҡы — дәүләт тарафынан бирелгән гарантия. Ул закон менән билдәләнгән һәм ошо дәүмәлдән түбән булырға тейеш түгел. Башҡортостан Хөкүмәте, Профсоюздар федерацияһы һәм эш биреүсе ойошмалар араһындағы өс яҡлы килешеүгә ярашлы, 2011 йылдың 1 ғинуарынан республикала минималь эш хаҡы 5 500 һум күләмендә, Рәсәйҙәгенән 27 процентҡа юғарыраҡ.
Быйылғы ғинуарҙан апрелгә тиклемге күрһәткестәргә ҡарағанда, республикала уртаса эш хаҡы 21 мең 127 һум күләмендә. Былтырғы менән сағыштырғанда, 13,8 процентҡа артҡан.
Әммә, үкенескә ҡаршы, бөгөн байтаҡ эш хаҡы, "һоро" схемалар аша үтеп, йәмғиәткә лә, дәүләткә лә зыян килтерә. Рәсми статистикаға таянып, хеҙмәт хаҡын түләү буйынса бурысты 30 миллион тип иҫәпләһәк, ысынбарлыҡта был һан күпкә юғары. Ошо хәл — бөгөн иң ҡатмарлы мәсьәләләрҙең береһе.
Күп кенә етәкселәр, һалым түләүҙән ҡасып, законды урап үтеп, эш хаҡын "конвертта" түләй. Был, беренсенән, һалым сәйәсәтенә, бюджетҡа оло зыян, икенсенән, ябай хеҙмәткәргә лә ауырлыҡ тыуҙыра. Ошоноң ише "һоро" схемалар пенсияһыҙ ҡартлыҡҡа килтерә. Өҫтәүенә, кеше "хеҙмәт килешеүе"н тултырмайынса эшләй икән, уның стажы ла бармай, социаль гарантияларҙан да мәхрүм ҡала.
Бөгөн республикала хеҙмәт хаҡы буйынса бурыстарҙы ҡайтарыу йәһәтенән дә ҙур эш алып барыла. Әйтәйек, былтыр ошондай проблемалы 14 предприятиеның 12-һе бурыстарынан арынған. Шулай ҙа ауырлыҡтар юҡ түгел, хәле ҡатмарлы ойошмаларға сығып, мәсьәләне урындарҙа тикшерергә ниәт бар.
Шуныһы көн кеүек асыҡ: банкротлыҡ өлкәһендәге федераль ҡануниәткә үҙгәрештәр индереп, проблемалы ойошма етәкселәренә яуаплылыҡты арттырырға кәрәк. Интернетта сайт булдырып, эш хаҡы түләмәгән йәки хеҙмәткәрҙәрҙең хоҡуҡтары боҙолған предприятиелар хаҡында мәғлүмәт туплау отошло булыр ине. Ундайҙарҙың реестрын булдырыу ҙа мөһим.
Әле иң көнүҙәк мәсьәлә — эш хаҡы түләүҙә "һоро" схемаларҙы юҡ итеү, сөнки, әйтеп үтеүемсә, улар арҡаһында һалым сәйәсәте зыян күрә һәм был тотош йәмғиәттең йәшәйешенә кире йоғонто яһай.

Һаулыҡтан да ҙур дәүләт юҡ

— Хәйерле көн, Лилиә Салауат ҡыҙы. Мәсетле районының Иҫке Мишәр ауылынан Эльвира Ибраһимова булам. Өс бала әсәһемен. Уртансы улым тыумыштан ДЦП сиренә дусар, сатанлап ҡына атлай. Уға инвалидлыҡ юллай алмайым. 2005 йылда Өфөлә булдыҡ, әммә, аҡса етмәгәнлектән, ҡабат йөрөмәнек. Йыл һайын үҙебеҙҙең район үҙәк дауаханаһында ятып сыға инек, быйыл унда ла барып булманы. Шифаханаларға ла, Өфөнөң 2-се республика клиник дауаханаһының балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәгенә лә путевка алғаныбыҙ юҡ.
— Балағыҙ йыл һайын дауаланырға тейеш. Ғөмүмән, церебраль фалиж сирен еңеү өсөн көн һайын көрәшергә кәрәклеген, шунда ғына һөҙөмтә булырын иҫтә тотоп, баланы уколдарҙан, массаждан, башҡа төрлө процедураларҙан айырмау мөһим. Шулай һөйләшәйек: һеҙ минең исемгә ғариза яҙығыҙ, шифаханаға, Өфөләге балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәгенә путевка юллауҙа ярҙам итербеҙ. Баш ҡалала тикшерелгәндән һуң инвалидлыҡ буйынса экспертиза үткәреп ҡарарбыҙ.
— Икенсе һорауым алимент буйынса ине. Ирем менән дүрт йыл элек айырылыштыҡ. Уны быйыл ғинуарҙа алимент түләмәгәне өсөн иркенән мәхрүм иттеләр.
— Был мәсьәлә буйынса ла минең исемгә ғариза яҙығыҙ. Алимент хаҡындағы үтенесегеҙҙе суд приставтарына еткерермен. Һәр хәлдә, һеҙҙең закон менән ҡаралған бөтә социаль яҡлау сараларына ла хоҡуғығыҙ бар.
— Хәйерле көн! Ишембай ҡалаһынан хеҙмәт ветераны Рәсүл Ғүмәров булам. "Һаулыҡ" проекты буйынса заманса ҡорамалдар алынды тип күп һөйләйбеҙ, яҙабыҙ. Ҡайҙа һуң халыҡҡа бушлай хеҙмәт итеүсе аппараттар? Медицина тармағы көндән-көн аҡса эшләү менән мауығыусы "бизнесвумен"ға әүерелә бара. Яйға һалынған бизнес эшмәкәрлеген туҡтатыусы көс тә юҡтыр хәҙер, әммә тәртипкә һалыу мөмкиндер тип уйлайым.
Стәрлетамаҡ ҡалаһының Патриотик урамында 59-сы йортта урынлашҡан дауалау комплексы эргәһендә эшләүсе томография кабинетында тикшеренеү үтергә тура килде. 15 минутлыҡ тикшереү өсөн 2 760 һум аҡса түләргә ҡуштылар. "Ниңә был тиклем ҡиммәт?" — тип ризаһыҙлыҡ белдергәс: "Аппарат та арзан түгел, 30 миллион һумдан ашыу хаҡы", — тип ауыҙҙы яптылар.
Ә самолеттарҙың хаҡы томограф ише генәме ни? Ни өсөн ул саҡта авиакомпаниялар "беҙҙең самолет әллә нисә йөҙләгән миллион һум тора, шуға билет хаҡы ла йөҙәр мең" тип халыҡтың алҡымынан алмай?
Диагностика үтеү халыҡҡа бик ҡиммәткә төшә. Ауырыуҙың ай буйы түләүһеҙ УЗИ йәки томографҡа сиратта торорға хәле юҡлыҡтан бик оҫта файҙаланалар. Тәҡдимем шул: медицина учреждениеларында ҡиммәтле диагностика ҡорамалдарында тикшеренеүҙәргә, операциялар яһауға нигеҙле, аныҡ калькуляция эшләнеүе шарт.
— Рәсүл Абдрахман улы, һеҙ хаҡлы. Диагностика үҙәктәрен беҙ халыҡ өсөн астыҡ. Һеҙҙе дауалаған табип томография тикшереүен бушлай үтеү өсөн мотлаҡ йүнәлтмә бирергә тейеш ине. Эш бит калькуляцияла түгел, ә табиптарҙың үҙ эшенә, пациенттарына битараф булыуында. Һеҙҙе түләүле медицина ярҙамын алырға ебәргән врачтың исем-фамилияһы нисек? Әйтмәйһегеҙ инде, ихтыярығыҙҙа. Бөтә дауалау учреждениелары етәкселәренә хат ебәреп, дәүләт гарантиялары программаһында ҡаралған медицина ярҙамынан файҙаланыуҙы тейешле кимәлдә ойоштороуҙы талап итәсәкбеҙ.

Хәл итеү юлын бергәләп уйлайыҡ

— Һаумыһығыҙ! Стәрлебаш районының Үрге Шәкәр ауылынан Әлфинур Яҡупова булам. Беҙҙең мәктәптә быйыл I класс ҡына уҡығайны, сентябрҙән уны бөтөнләй ябып, барлыҡ балаларҙы Йәлембәткә йөрөтөргә теләйҙәр. Белем усағыбыҙ ҙур, яңы, йылы. Киләһе йылдарҙа уҡыусыларҙың артыуы көтөлә. Башланғыс мәктәпте һаҡлап ҡалырға ярҙам итһәгеҙсе.
— Алдан шуны әйтеп үтәйем: ошондай бөтә проблемаларҙың нигеҙендә демографик хәл ята. Власть бер ваҡытта ла мәктәптәрҙе ябырға тырышып тормай: уҡырға балалар ғына булһын. Башланғыс мәктәптәрҙе мөмкин тиклем һаҡлап ҡалырға тырышасаҡбыҙ. Ауылдарҙа бындай ауыр мәсьәлә килеп сыҡҡан икән, халыҡ үҙе лә уйланырға, эш урындары булдырырға тейеш. Һеҙҙәге осраҡҡа килгәндә иһә, мәсьәләне барып тикшерербеҙ, проблеманы хәл итеү юлдарын эҙләрбеҙ.
— Һеҙҙең менән бәйләнештә — Бөрйән районынан Сабир Ҡөҫәпҡолов. Былтыр урындағы ҡоролтай ултырышында төбәгебеҙ мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәрен ныҡ кәметкәндәре билдәле булды. I, II класс уҡыусыларын, ата-әсәһенән һорап та тормайынса, урыҫса уҡытыуға күсерҙеләр.
— Дөйөм мәғлүмәттәргә ҡарағанда, республикала башҡорт телен уҡытыу кәмемәгән. Быйыл, белеүегеҙсә, "Башҡортостан Республикаһында мәғариф тураһында"ғы Законды ҡабул иттек. Уның буйынса ла республика мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған. Бөрйәндә I, II класс уҡыусыларын урыҫсаға уҡытыуға күсерер алдынан ата-әсәнең ризалығын һорарға тейештәр ине. Был эштең берлектә, йыйылыштарҙа фекер алышҡандан һуң ғына хәл ителеүе мөһим. Әгәр бөрйәндәр башланғыс класта белем алған балаларын башҡортса уҡытырға теләй икән, закон буйынса улар өсөн бөтә шарттарҙы тыуҙырырға бурыслыбыҙ. IV кластан һуң иһә башҡа фәндәрҙе урыҫса өйрәтә башларға мөмкин.
Бөрйәндә башҡорт теле нисек уҡытылғанын, дәрестәрҙең кәмегәнме-юҡмы икәнен тикшерербеҙ. Комиссия ҡарар, ата-әсәләр менән осрашыр.
— Хәйерле көн, Лилиә Салауат ҡыҙы. Архангел районының Тәүәкәс ауылынан Мөхәмәт Мырҙабаев булам. Мине урындағы коррупция бик ныҡ борсой. Мәҫәлән, колхоз-совхоздың малын һаталар, урлашалар, ә уларға ҡаршы бер ниндәй ҙә сара күрелмәй.
— Мөхәмәт ағай, дәғүәгеҙ аныҡ кешеләргә ҡарата икән, минең исемгә хат яҙығыҙ.
— Ярар. Шулай уҡ ҡыҙымдың проблемаһы хаҡында ла әйтмәйенсә булдыра алмайым. Ул районыбыҙҙың Орловка мәктәбендә урыҫ теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта ине. Эшһеҙ ҡалды. Отпуск аҡсаһын да түләмәйҙәр...
— Әгәр мәктәп ябылған икән, район хакимиәтенең мәғариф идаралығы вәкилдәре уҡытыусыға икенсе ерҙән эш тәҡдим итергә бурыслы. Әлегә урын булмаған хәлдә, хеҙмәт биржаһына яҙылыу мөһим.
Отпуск аҡсаһына килгәндә, уны мотлаҡ түләргә тейештәр. Өҫтәүенә, уҡытыусыға, эшһеҙ ҡалыуы сәбәпле, ял пособиеһы ла ҡарала. Архангел районы хакимиәтенең мәғариф идаралығына мөрәжәғәт итербеҙ.
— Иглин ҡасабаһынан ике бала әсәһе Зөлхизә Бәхтиева булам. Лилиә Салауат ҡыҙы, һеҙҙең Берҙәм дәүләт имтиханына мөнәсәбәтегеҙ нисек? Белеүебеҙсә, һынауҙы үткәреү мәсьәләһе йылдан-йыл ҡырҡыулаша...
— Ысынлап та, БДИ мәғариф өлкәһе өсөн ауыр мәсьәләгә әүерелде. Әммә уның балаларҙың киләсәге өсөн ыңғай яғын билдәләмәү ҙә мөмкин түгел. Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың мәғариф тураһындағы яңы закондары имтихандың һаҡланыуын гарантиялай, тимәк, БДИ-ны камиллаштырыу мөһим. Уны системалы үҫтереү — бәләкәй кластарҙан уҡ яйлап индерә башлау кәрәк тип иҫәпләйем.
Шул уҡ ваҡытта бала БДИ-ны ауыр, ҡурҡыныс һынау итеп ҡабул итмәһен өсөн алдан уҡ ата-әсә ҡатнашлығында берҙәм эш алып барырға кәрәк. Уҡыусы менән тәрбиәселәр, психологтар шөғөлләнергә тейеш. Республика мәктәптәрендә был йәһәттән уңышлы башланғыстар бар. Барыһы ла үҙебеҙҙән, төрлө ғауғаға юл ҡуймайынса, кәңәшләшеп эшләүҙән тора.

Мәҙәниәтебеҙ ни хәлдә?

— Һеҙгө Өфө ҡалаһынан Рәсәй һәм Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Марсель Ҡотлоғәлләмов шылтырата. Һуңғы осорҙа ғына түгел, элек тә шундай хәл күҙәтелә килде: төрлө ҡыҙыҡлы байрам саралары менән артыҡ мауығабыҙ төҫлө. Иҡтисади яҡтан күтәрелә алмай йөҙәгән, түбән дисциплиналы илдә билде биштән быуып эшләү сәйәсәте дөрөҫ булмаҫмы? Яуабығыҙ өсөн рәхмәт.
– Һеҙҙең менән килешәм, уңға-һулға аҡса сарыф итеү һис дөрөҫ түгел. Беҙ бөгөн ниндәй ҙә булһа байрам сараһын үткәрер алдынан уның буласаҡ һөҙөмтәһен күҙаллайбыҙ. Әгәр ҙә ул телебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлауға, рухиәтебеҙҙе байытыуға ярҙам итмәй икән, ундай сараға аҡса түгеүҙән файҙа юҡ. Һәр һабантуй, йыйын, байрам һөҙөмтәгә эшләргә тейеш.
Шул уҡ ваҡытта иҡтисади хәлебеҙҙе төрлө сараларҙан баш тартып ҡына яҡшыртыу мөмкин түгел. Тәүге сиратта бюджет аҡсаһын, дәүләт һәм муниципаль милекте маҡсатлы һәм файҙалы ҡулланырға өйрәнергә кәрәк. Эшкә йүнәлтелгән һәр һум киләсәктә бишләтә-унлата ҡайтырға тейеш.
Шуға күрә әле беҙ республикабыҙға инвесторҙар йәлеп итеү, һалым сәйәсәтен яҡшыртыу, яңыртыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Бер һүҙ менән әйткәндә, сығымдарҙы кәметеү төп маҡсатыбыҙ булырға тейеш түгел. Бюджетта килемде арттырыу, халыҡтың йәшәйешен яҡшыртыу өҫтөндә ныҡышмалы эшләргә кәрәк. Һис һүҙһеҙ, булған аҡсаны маҡсатлы, һөҙөмтәле файҙаланыуҙан барыбыҙ ҙа отасаҡбыҙ.
— Күмертау ҡалаһынан Наил Юнысов булам. Һеҙгә бер һорауым бар. Театрҙар йыш ҡына драматургтарҙың юҡлығына зарлана. Был йәһәттән йәштәрҙе әҙерләү һәм үҫтереү буйынса саралар күреләме?
— Сер түгел, әле башҡорт драматургияһының хәлен яҡшы тип әйтеп булмай. Шулай ҙа театрҙарҙа милли авторҙарҙың әҫәрҙәре буйынса ҡуйылған уңышлы спектаклдәр бар. Һәләтле йәштәр ҙә юҡ түгел. Әгәр театр үҙе автор менән бергә эшләй икән, үҙ-ара бәйләнеш нығый, һөҙөмтәлә камил булмаған пьесаны ла эшкәртеп була.
2010 йылда Стәрлетамаҡта талантлы драматургтарҙы билдәләү маҡсатында Башҡорт драматургияһы фестивале уҙғарылғайны. Ошондай сараларҙы йышыраҡ ойоштороу мөһим. Киләсәктә Башҡортостан Президенты гранттарына йәш драматургтарҙы үҫтереү буйынса семинарҙар, оҫталыҡ дәрестәре уҙғарырға уйлайбыҙ. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы киләһе йылда йәш драматургтар конкурсы ойошторорға йыйына. Иң яҡшы тип табылған пьесаларҙан йыйынтыҡ сығарыу ниәте лә бар. Былар барыһы ла, һис шикһеҙ, ҡәләмгә тотонған йәштәргә ҙур дәрт, илһам өҫтәйәсәк.
— Һеҙҙе шағирә Таңһылыу Ҡарамышева борсой. Һуңғы осорҙа "Китап" нәшриәтендә әҙәби әҫәрҙәрҙе донъяға сығарыу ауырлашты. Финанс етешмәй, өҫтән килгән күрһәтмә буйынса эшләйбеҙ тип аңлаталар...
— Кемдең китабын ҡасан сығарыу тураһында бер ниндәй күрһәтмәнең дә булыуы мөмкин түгел. Ғөмүмән, был эш эксперттар комиссияһында ҡарала. Әҫәрҙәрҙе баҫтырып сығарыу буйынса сираттың булыуы ихтимал, әлбиттә. Һорауығыҙҙы аңланым, эксперт комиссияһына запрос ебәреп, эштең айышына төшөнөрбөҙ.
— Һеҙгә шағир Зөфәр Вәлитов шылтырата. Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил ағай Бикбаев әйтмешләй, башҡорт китабы ҡара гүрҙәрҙе лә яҡты итер. Әммә бөгөн милли әҙәбиәттән килем көтәбеҙ икән, был башҡорт китабын сығарыуҙы тыйыу тигәнде аңлата. Һорауым шул: киләсәктә "Китап" нәшриәтенең финанс мөмкинлеген арттырып булмаҫмы?
— Ярай, Зөфәр ағай, ҡарарбыҙ. Нәшриәттең әлеге финанс хәле нисек, бюджеты күпме, уны ҙурайтып буламы-юҡмы — юлдарын эҙләрбеҙ.
— Ишембай районының Кинйәбулат ауылынан ветерандар советы рәйесе Юрис Тимербулатов шылтырата. Беҙҙә башҡорт халыҡ театры эшләп килә. 2012 йылда уның ойоштороусыһын, талантлы режиссерын "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә тәҡдим иткәйнек. Документтарҙы туплап тапшырыуға икенсе йыл китте. Ҡайҙа аҙашып йөрөй икән улар, тип борсолабыҙ. Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!
— Мәғлүмәттәрҙе тикшереп, ярҙам итергә тырышырмын, Юрис Йосоп улы.
— Лилиә Салауат ҡыҙы, һеҙҙең менән бәйләнештә — Өфөнөң Затон биҫтәһенән Әсләм Арыҫланов. Һеҙгә милләттәштәрҙең бер үтенесен еткерергә ине. Силәбеләге М. Аҡмулла исемендәге яҙыусылар ойошмаһына ярҙам кәрәк. Ул уңышлы ғына эшләй, хатта Ғ. Сәләм премияһын тергеҙгәндәр. Ойошманы Башҡортостан Яҙыусылар союзының филиалы итеп үҙгәртеп булмаҫмы икән?
— Тәҡдимдәре менән миңә сыҡһындар, уйлашырбыҙ.
— Икенсе һорауым иһә почта бүлексәһенең эшмәкәрлегенә бәйле. Бына нисә аҙна инде өйгә гәзит-журнал килтермәйҙәр. Йыл да байтаҡ матбуғат баҫмаһына яҙылам, почта таратыуҙа шундай илке-һалҡылыҡ булғас, кеше гәзиткә ниңә яҙылһын? Үҙәк почтамтҡа шылтыратып, сәбәбен белешеп ҡарағайным, төплө яуап булманы. "Эшләргә кеше юҡ", — тип аңлаттылар.
— Матбуғатты таратыу буйынса дәғүәгеҙҙе "Рәсәй почтаһы"ның Башҡортостан бүлексәһе етәкселегенә еткерербеҙ.
— Һеҙгә Әлиә Мостафина тигән студент шылтырата. Башҡортостан Президенты үҙенең Мөрәжәғәтнамәһендә әҙәбиәтебеҙҙе, музыкабыҙҙы һәм башҡа мәҙәни ҡаҙаныштарыбыҙҙы донъя селтәрендә таратыу мөһимлеге хаҡында әйткәйне. Был йәһәттән ниндәй эштәр башҡарыла?
— Республиканың Мәҙәниәт министрлығы был эште Мәғлүмәт технологиялары агентлығы менән берлектә атҡара. Проектты тормошҡа ашырыу өсөн 35,2 миллион һум тирәһе аҡса талап ителә.
Башланғыс һөҙөмтәһендә бай мәҙәниәтебеҙ, ижади хазинабыҙ бер урынға тупланасаҡ, уның менән һәр кем таныша аласаҡ. Юғиһә әле сәнғәт, мәҙәниәт, әҙәбиәт өлгөләре төрлөһө төрлө ерҙә һаҡлана, кешегә күренмәй, күптәр мәғлүмәт таба алмай йонсой. Ошоно күҙ уңында тотоп, проекттың төп маҡсаты берҙәм портал булдырыуға йүнәлтелде. Электрон коллекция китапхана, библиофонотека (аудиокитаптар), пинакотека (һынлы сәнғәт), фонотека (музыка әҫәрҙәре), видеотека, глиптотека (картиналар, скульптуралар) кеүек бүлектәрҙән торасаҡ. Әле йыйынтыҡҡа инергә тейешле әҫәрҙәрҙе билдәләүсе комиссия булдырылған, уның составына танылған музыканттар, яҙыусылар, сәнғәт әһелдәре, журналистар ингән. Электрон коллекцияның йөкмәткеһе сентябргә тиклем билдәләнер, тип уйлайым.
— Әҙәбиәт өлкәһендә эшләйем. Исем-шәрифемде әйтмәһәм, үпкәләмәҫһегеҙ, тип уйлайым. Әҫәрҙәр йылдар буйы яҙылыуға ҡарамаҫтан, уларға түләнгән гонорар күләменең бик аҙ булыуы борсой. Етәкселек ошо хаҡта нимә уйлай икән?
— Шуны әйтеп үтергә кәрәк: республика ҡаҙнаһынан драма, һынлы сәнғәт, музыкаль әҫәрҙәр тыуҙырған, ижади союздар ағзаһы булып торған авторҙарға гонорар түләнә. Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығы эште художество-эксперт комиссияларының ҡарары буйынса башҡара, йәғни, гонорар түләп, был әҫәрҙәрҙе һатып ала. Мәҫәлән, быйыл гонорар өсөн 3,5 миллион һум аҡса бүленгән, I, II кварталда уның 1 миллион 700 мең һумы драматургтарға түләнгән.
Шуны ла онотмайыҡ: республика Президентының быйылғы Мөрәжәғәтнамәһендә сәнғәт кешеләре өсөн байтаҡ ҡыуаныслы хәбәр бар. Мәҫәлән, ҙур ижади проекттар өсөн 100 миллион һум аҡса бүленеүе ҙур эштәргә юл асасаҡ. Мәҙәниәт министрлығы башланғысҡа ихлас тотондо. Төбәгебеҙҙе һәр яҡлап асҡан проекттарҙы, спектаклдәрҙе, концерт программаларын күрә башларбыҙ тигән өмөттәмен.
Белеүегеҙсә, әле 100, 300 мең һумлыҡ Президент гранттары тапшырыла. Киләсәктә был системаны үҫтереп, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә эшләгән кешеләргә ярҙам итергә ниәтләйбеҙ.
Әлбиттә, гонорар күләме ул тиклем үк ҙур түгелдер. Шулай ҙа был йәһәттән эш башҡарыла, төрлө сара күрелә икән, алға китеш булыр. Иң мөһиме — бөгөн мәҙәниәткә, сәнғәткә иғтибар ҙур.

РЕДАКЦИЯНАН.
"Ҡыҙыу линия" беҙ көткәндән дә ҡыҙыуыраҡ, ә уҡыусыларыбыҙ, авторҙарыбыҙ ғәҙәттәгенән әүҙемерәк һәм ихласыраҡ булып сыҡты. Ҡайһы бер һорауҙарға яуаптарҙың гәзит битендә сағылыш тапмауы үпкәгә урын ҡалдырмаҫ тип уйлайбыҙ, һәр береһенә мотлаҡ яуап биреләсәк.


Вернуться назад