Алабута26.07.2013
АлабутаҺуғыш, аслыҡ йылдарын иҫкә төшөргәндә, ололар һәр саҡ алабутаны телгә ала.
Оҙаҡ йылдарға ул ҡулланыштан төшөп ҡалды. Әммә һуңғы ваҡытта сәләмәт, тәбиғи ризыҡҡа иғтибар артты һәм ҡайһы бер урындарҙа уның орлоғонан он етештереп, махсус магазиндарҙа һата ла башланылар инде.
Баҡһаң, бойҙайҙан айырмалы, бындай онда ашҡаҙан өсөн ауыр елемсә-глютен юҡ, ә аминокислоталар йәһәтенән унан ҡалышмай – туғыҙ төрө бар. Алабута туҡлыҡлы, оҙаҡ ваҡыт асыҡтырмай тота. Уны “инкылар алтыны” тип йөрөтөүҙәре юҡтан ғына түгел икән.
Алабутала күҙәнәктәр ҡартайыуын тотҡарлаусы, йөрәкте нығытыусы, ҡан баҫымын яйлаусы, шәкәр ауырыуынан ҡурсыусы матдәләр табылған. Алабутаны урыҫса марь тип аталған үҫемлек менән бутай күрмәгеҙ, улар оҡшаш, әммә икенсеһенең япрағы оҙонса, ә орлоғо ашарға яраҡһыҙ.
Хәҙер диеталы туҡланыу магазиндарында һатыла.

Алабута – аш-һыуҙа

Япраҡтарында аҡһыл онтаҡ барлыҡҡа килгәнсе уның һабаҡтарын турамаларға ла, ашҡа ла, иткә ҡушып үткәреп тә файҙаланырға мөмкин. Орлоғонан он яһап, бал ҡушып, ҡатыҡҡа өҫтәп тә ҡулланырға була. Орлоғон ғына бешергәндә башта әсеһе китһен өсөн һыуҙа тотоп алалар, шунан бер өлөш орлоҡҡа ике өлөш һыу ҡушып, бутҡа бешерәләр.


Вернуться назад