Ҡотлайбыҙ!26.07.2013
Әбйәлил районының Буранғол ауылында йәшәүсе ҡәҙерлебеҙ Ғилманова Фариза Сәғәҙи ҡыҙын 55 йәшлек юбилейы менән ҡайнар ҡотлайбыҙ!
Һөйөклөбөҙгә иң изге теләктәребеҙҙе еткереп, ныҡлы һаулыҡ, аҡ бәхеттәр, шатлыҡ-ҡыуаныстар теләйбеҙ. Күңелең һис ҡасан да ҡартайыу белмәһен, нурлы йөҙөңдән йылмайыу китмәһен. Балаларыңдың, туғандарыңдың изгелектәренә төрөнөп, ҡәҙер-хөрмәт күреп, еҙнәйебеҙ менән оҙон ғүмер кисерергә насип булһын.

Гөрләп үтһен һинең ғүмерең,
Юлдарыңа гөлдәр һибелһен.
Тыуыр таңдар һиңә бары бәхет,
Бары шатлыҡ ҡына килтерһен.

Иң изге теләктәр менән туғандарың.


Вернуться назад