Был тау — Мәһәҙей ауылының визит карточкаһы, тиһәң дә хата булмаҫ. Шуға ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ өмәгә әүҙем ҡушылды.
Ошо көндәрҙә миңә, "Элгеләү" халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе булағанға күрә, ауылдың бер төркөм әүҙем ҡатын-ҡыҙы, атап әйткәндә, Фәйләрә Бәшәрова, Таңһылыу Әҙелгәрәева, Венера Ишемова килеп, тауыбыҙҙың шул тиклем дә мөшкөл хәлдә икәнлеген, сүп-сарға күмелгәнен әсенеп һөйләне. Күп уйлап тормай, бер ҡарарға килдек. Был эшкә Сажиҙә Абдрахманова, Таһира Мөхәмәтйәновалар ҙа теләп ҡушылды. Иртәгәһенә үк, һәр беребеҙ ҡапсыҡтар алып, тауыбыҙға сығып, ике яҡ юл ситенән, урман эсенә инә биреп, сүп-сар йыйырға керештек. Ҡасандыр ауылдаш ирҙәрҙе һуғышҡа оҙатҡан ерҙе лә таҙаланыҡ. Унда нимә генә юҡ: шешәнән алып тоҡлап-тоҡлап ҡаҙ мамығына тиклем өйөлгән, кейем-һалымы ла, башҡаһы ла етерлек. Бөтәһе өс тиҫтәгә яҡын ҡапсыҡ сүп-сарҙы Рәхим соҡоронда үртәнек. Шунан ғына ауыр уйҙар менән ҡайтыу юлына ыңғайланыҡ, сөнки Элгеләүҙе таҙартырға ла таҙартырға әле. Унда cүп-са ифрат күп.
Өндәмәләр яҙып элмәһәк тә, Ер-әсәбеҙҙе бысратырға ярамағанлығы билдәле. Нисек шул тиклем моңһоҙ булырға мөмкин?! Һаулығыбыҙҙы, тәбиғәтебеҙҙе һаҡлайыҡ!
Шуныһы үкенесле: ҡырҙан килеп бер кем дә бысратмай, үҙебеҙ шуға юл ҡуябыҙ. Еребеҙгә хужа булайыҡ! Элгеләү тауы йәшәһә, Мәһәҙей ауылы ла йәшәр!