Башҡорт дәүләт университеты — миллионер!24.12.2011
Башҡорт дәүләт университеты — миллионер!Башҡорт дәүләт университеты юғары һөнәри белем биреүсе дәүләт мәғариф учреждениелары араһында ойошторолған Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Был — уҡыу йорто өс йыл дауамында (2012 — 2014 йылдарҙа) федераль бюджеттан субсидия рәүешендә йылына 100 миллион һумлыҡ финанс ярҙамы аласаҡ тигән һүҙ.
Конкурстың төп маҡсаты — федераль бюджет иҫәбенә вуздарҙың стратегик үҫтереү программаларына ярҙам итеү, уларҙың абруйын арттырыу, заманса йыһазландырыу. Конкурста бөтәһе 248 уҡыу йорто ҡатнашҡан. Еңеүселәр классик, инженер-техник, гуманитар-педагогик һәм башҡа йүнәлештәрҙә билдәләнгән. БДУ иһә, илдең 20 юғары уҡыу йорто менән бер тиң һөҙөмтә күрһәтеп, "Классик университеттар" номинацияһында еңеү яулаған.
Аҡса тәү сиратта уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яңыртыуға тотоноласаҡ. Федераль ҡаҙнанан бүленгән ярҙам йәш белгестәрҙең белем сифатын арттырыуға ныҡлы нигеҙ булыр тип өмөтләнә улар. Грант — Башҡортостан вуздарының абруйы артыуына етди дәлил. Ни тиһәң дә, бөгөн республикалағы 30 юғары уҡыу йортоноң береһе лә федераль кимәлдә танылмаған.
А. ХУЖӘХМӘТОВА.


Вернуться назад