Һоро ҡырмыҫҡанан ҡотолоп буламы?26.07.2013
Һоро ҡырмыҫҡанан ҡотолоп буламы?– Фатирымды ҡыҙғылт-һоро ҡырмыҫҡа баҫты. Хатта аҙыҡ-түлек һаҡланған шкафҡа ла үтеп инәләр. Нимә эшләргә?
Альбина Ахунова.
Өфө районы.

– Саҡырылмаған “ҡунаҡтар”ҙы ауға эләктерер өсөн 2,5 литр эҫе һыуҙа бер стакан шәкәр иретеп киңерәк һауытҡа (ҙур тәрилкә һ.б.) һалалар. Аш ҡалағының өстән бер өлөшө тиклем аҡбур, бер балғалаҡ бал өҫтәп, иҙмәне болғаталар. Һуңынан һауытты ҡырмыҫҡа күп йөрөгән урынға ҡуялар.


Вернуться назад