– Беҙ йыш ҡына лимон ҡабығын ташлайбыҙ. Уның файҙаһы тураһында ишеткән бар, ләкин нисек, ҡайҙа ҡулланырға икәнен аныҡ ҡына белмәйбеҙ.
Сәлиә Азаматова.
Салауат районы.
– Ситтән индерелгән әфлисун, лимон, мандарин махсус препараттар менән эшкәртелә, юғиһә улар юлда боҙолоп бөтөр ине. Шуға ла алыҫтан килтерелгән цитрустың ҡабығын аҙыҡ-түлек булараҡ ҡулланыуҙан тыйылырға кәрәк. Ризыҡҡа ҡушыр өсөн үҙебеҙҙә үҫкәне мөһим. Мәҫәлән, эштән һуң лимон ҡабығы менән ҡулдарҙы һөртһәң, тире йомшара. Хром йүгертелгән деталдәр ҙә (ванна крандары, элгестәр һ.б.) һөрткәндән һуң ялтырап китә. Шулай уҡ кәстрүлдең эсен “эшкәртһәң” дә, файҙаһы тейә. Лимон ҡабығы теләһә ниндәй химик таҙартҡыстан файҙалыраҡ. Кейемдәге һыра, шарап, һут таптарын бөтөрөүҙә лә лимон алыштырғыһыҙ. Бер бүлеме менән таптың өҫтөн һөртөп, аҙ ғына тоторға кәрәк. Тағы бер үҙенсәлек: лимон ҡабығы менән өй ҡырмыҫҡалары һөжүм иткән ерҙәрҙе һөртһәң, улар килеп тә урамаясаҡ.