Һыу — уңыш нигеҙе, ләкин самаһын белегеҙ26.07.2013
Һыу — уңыш нигеҙе, ләкин самаһын белегеҙ— Ағастарға һыу һибеүҙең нормаһы бармы, булһа, күпме?
Р. ИЛЬЯСОВ.
Туймазы районы.

— Иң тәүҙә шуны әйтергә кәрәк, ҡайһы бер тәжрибәһеҙ баҡсасылар, һыуҙы йыш һибеп, ерҙең өҫтөн генә сылатҡанға тупраҡ тығыҙлана, ҡабырсыҡланып ҡата. Тамыр системаһында һауа алмашыныу боҙола. Тамырға барып етмәгән һыуҙың зыянынан башҡа файҙаһы юҡ. Үҫемлеккә һыуҙы йыш һибергә кәрәкмәй. Уны һирәк, ләкин тамыр системаһына еткәнсе, һеңдергәнсе һибеү генә һәйбәт һөҙөмтә бирә. Алма, груша ағастарының тамыры 60–70 см тәрәнлектә ята, сейә, слива һәм еләк ҡыуаҡлыҡтарыныҡы өҫкө ҡатламға таралған.
Һәр емеш ағасы төбөнә өс-биш йыллыҡҡа — 5–8, ете-ун йәшлеккә 12–15 биҙрә һыу етә. Ҡомло тупраҡлы ерҙә аҙ-аҙлап, йышыраҡ һибәләр. Тағы бер мөһим нәмә: тупраҡ ҡатламы, көн торошо иҫәпкә алынырға тейеш.


Вернуться назад